ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
18 Апрель 2022, 08:56

Үрсетмәләр ниңә оҙоная?

Тәү сиратта үҫентеләрҙең оҙонайыуына килтергән сә­бәптәрҙе һанап үтәйек: көн яҡтыһы етмәүе, темпера­тураның ҡырҡа үҙгәреүе, ашламаларҙы дөрөҫ ҡул­ланмау, үҫентеләрҙе пленка йә япма аҫтында оҙаҡ тотоу, орлоҡто ҡуйы итеп сәсеү, һыуҙы күп ҡойоу.

Үрсетмәләр ниңә оҙоная?Үрсетмәләр ниңә оҙоная?
Үрсетмәләр ниңә оҙоная?

Әгәр үҫентеләрегеҙ оҙо­найһа, тиҙ арала махсус фитолампа ҡуйығыҙ – өҫтәмә яҡтылыҡ 12 – 18 сәғәт яҡтыртырға тейеш. Шытымдар бер-береһенә ҡамасау­ламаһын өсөн орлоҡтарҙы тығыҙ сәсмәгеҙ. Әгәр улар күп булһа, ҡамасаула­ған­дарын күсереп ултыртығыҙ. Борос, баклажан, пеларгония, мәҫәлән, бер урындан икен­сеһенә күсергәнде яратмай. Өйҙә һауа температураһы 24 – 25 градустан артһа, үҫентеләр тиҙ үҫә башлаясаҡ һәм яҡтыға тартыласаҡ. Һыуҙы ла күп ҡойорға ярамай. Ер дымлы булып торорға тейеш.
Бүлмәлә ултырған үҫенте­ләрҙе ашлау мотлаҡ түгел. Әлбиттә, шытымдар тигеҙ күтәрелмәһә, сибек булһа, япраҡтары бөрөшһә, гуматтар менән туҡландырырға мөмкин. Оҙонайған үҫенте­ләрҙе ҙурыраҡ һауыттарға күсереп ултыртып ҡына ҡотҡарып була.

https://yantiyak.ru/news/y-sh-khuzhabik-l-rg-/2022-04-17/rsetm-l-r-ni-o-onaya-2772486

Автор:
Читайте нас