ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
25 Февраль 2022, 08:34

Орхидея сәскәһен күсереп ултыртыу серҙәре

/

Орхидея сәскәһен күсереп ултыртыу серҙәреОрхидея сәскәһен күсереп ултыртыу серҙәре
Орхидея сәскәһен күсереп ултыртыу серҙәре

1-се аҙым
Орхидеяны һауытынан сығарып ҙур һауытҡа һалырға. Еңел генә сыҡмаһа, тамырҙары имгәнмәһен өсөн һауытын әҙ генә ҡырҡырға кәрәк.
Һау орхидеяны һыуыттан сығарыуы ауыр, сөнки тамырҙары көслө була. Ә бына ауырыу орхидеяны бушатыуы еңелерәк.

2-се аҙым
Тамырҙарын аламаларҙан таҙартырға һәм йыуырға кәрәк. Үҙ-ара сырмалып бөткәндәрҙе ипләп кенә ысҡындырырға һәм тамырҙары еңел генә ысҡынмаһа уны 15 - 20 минутҡа йылы һыуға ҡуйып алырға мөмкин.

3-сө аҙым
Серегән тамырҙарҙы ҡырҡып алыу мотлаҡ. Аҙаҡ активлаштырылған күмерҙе ыуаҡлап, ҡырҡҡан тамырға һибергә кәрәк.

4-се аҙым
Һарғайған япраҡтарҙы ла алып ташларға кәңәш ителә. Сәскә ата торған олондо ла төбөнә 0,7 - 1 сантиметрға еткермәй ҡырҡырға кәрәк буласаҡ.

5-се аҙым
Ҡырҡып ташлаған ерҙәрҙе эшкәрткәндән һуң орхидеяны яңы һауытҡа ултыртабыҙ. Иң яҡшы ашлама ул – эре ҡарағай ҡабығы. Ә һыу һаҡланһын өсөн мүк өҫтәйбеҙ. Ағас күмерен дә ҡушырға була. Ни тиклем ашлама эре булһа, шул тиклем тамырҙарға тын алыу яҡшы буласаҡ. Һауыт-һаба һайлаған ваҡытта тамырҙарҙың күләменә ҡарарға кәрәк. Сөнки тамырҙы төшөргән ваҡытта 1 - 2 сантиметр һауыт ситенә теймәҫкә тейеш.
Һауыттың төбөнә эре ҡабыҡтар, уның өҫтөнә әҙләп ыуаҡтарын һалабыз. Сәскәнең олонон ҡул менән тотоп торабыҙ һәм тирә яғын ҡабыктар менән тултырабыҙ. Тамырҙарҙың иң өҫкө яғын еңелсә генә батырабыҙ.

6-сы аҙым
Күсереп ултыртҡан орхидея сәскәһен, тамырҙары нығынғанса һалҡынса булған ергә урынлаштырабыҙ һәм 1 аҙна һыу ҡоймаҫҡа ла мөмкин. Япраҡтарына ғына һыу һиптерергә була. 1-се тапҡыр һыу ҡойған ваҡытта фотоспарин йә фунгицид ҡушһағыҙ бигерәк тә яҡшы буласаҡ.

 

Автор:Ильфира Аккужина.
https://aulut.ru/news/novosti/2022-02-25/orhideya-s-sk-en-k-serep-ultyrtyu-ser-re-2706325
Автор:
Читайте нас