ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
14 Февраль 2022, 10:03

Ни өсөн сәскә атмай?

Ябай ысул һәм тәҙрә төптәрегеҙ сәскәгә күмелер...

Ни өсөн сәскә атмай?Ни өсөн сәскә атмай?
Ни өсөн сәскә атмай?

Яран гөлө һәр саҡ сәскә атһын өсөн

Күршемдең яран гөлө сәскә атып тик ултыра, минеке юҡ. Ни эшләргә?” тип зарлана танышым.

Гөлдәргә лә үҙ витаминдары кәрәк бит. Тыштан ҡар индереп иретегеҙ. Ул 1 литр булырға тейеш. Уға 1 мл водород перекисы һәм 0,6 мл йод өҫтәгеҙ һәм яҡшылап болғатығыҙ. Яран гөлдәрегеҙҙең төбө тулыһынса кипкәс, ошо ашламаны ҡойоғоҙ. Аҙнаһына бер мәртәбә, ай дауамында ҡойһағыҙ, яран гөлдәрегеҙ шау сәскә булыуы менән һөйөндөрөр.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

https://hakmar.ru/articles/fay-aly-k-sht-r/2022-02-14/ni-s-n-s-sk-atmay-2692223

Автор:
Читайте нас