

Белгестәр билдәләүенсә, Омега-3 майлы кислоталары булған ризыҡтар ғүмерҙе оҙонайта, сәләмәтлекте һаҡлай. Уларҙы даими ҡулланған кешенең, ныҡлы булып, бик оҙаҡ йәшәү ихтималы ҙур.
Әлбиттә, был файҙалы майлы кислоталар майлы балыҡта күп. Ләкин барыбыҙ ҙа ҡыйбатлы ҡыҙыл балыҡты йыш һатып ала алмайбыҙ. Хафаланмағыҙ, әллә ни ҡиммәт булмаған файҙалы ризыҡтар ҙа күп. Мәҫәлән, етен майы һәм орлоғо. Уның орлоғон ҡамыр ризыҡтарына, йогуртҡа, салатҡа ҡушырға була. Майы салаттарға өҫтәр өсөн бик яҡшы. Ләкин был майҙы һалҡын килеш кенә ҡулланырға ярай, ҡыҙҙырырға кәңәш ителмәй.
Кардиологтар ҡасандыр бик хупланмаған йомортҡаны ла “аҡланы”. Хәҙер, киреһенсә, уны йөрәк менән проблемалары булған кешенең рационында даими ҡулланырға кәңәш итәләр. Йомортҡала Д витамины һәм Омега-3 майҙары, аҡһым күп. Өҫтәүенә, ул һимертмәй ҙә!
Һөт ризыҡтарының майлыһын ҡулланырға кәрәк. Майһыҙландылғандарының файҙаһы юҡ тиерлек. Майлы һөт ризыҡтарында кальций, Д витамины, майлы кислоталар күп. Көн һайын бер стакан һөт булһа ла эсегеҙ!
Фото: autogear.ru
https://dimbuizary.ru/articles/common_material/2022-02-09/mer-e-o-aytyusy-rizy-tar-2685773