ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
12 Декабрь 2021, 15:44

Бүлмә гөлдәрен ашлап торорға кәрәк!

- Шәкәр - бүлмә гөлдәре өсөн тәбиғи ашлама. Уның глюкозаға һәм фруктозаға тарҡалғаны билдәле. Глюкоза үҫеү процесын тиҙләтә, үҫемлектең тамырын, һабағын көслөләндерә. Бүлмә йылылығындағы ярты литр һыуға бер ҡалаҡ шәкәр болғатып һипкәндә, гөлдәр өсөн бик яҡшы туҡландырғыс ашлама килеп сығасаҡ.

Бүлмә гөлдәрен ашлап торорға кәрәк!Бүлмә гөлдәрен ашлап торорға кәрәк!
Бүлмә гөлдәрен ашлап торорға кәрәк!

- Кастор майы ла сәскә атасаҡ гөл өсөн бик һөҙөмтәле сара. Бер литр һыуға бер балғалаҡ май һалып һибеп торғанда, гөлдәр шәберәк үҫә, япраҡтары ҡуйы, сәскәләре матур була, сирҙәргә бирешмәй.

- Ағас көлө ашлама булараҡ борон-борондан билдәле. Ул үҫемлектәрҙе төрлө ауырыуҙан һаҡлау өсөн һөҙөмтәле сара булараҡ танылған. Көлдө һыуға ҡушып һалырға кәрәк. Әллә ни күп тә кәрәкмәй: 100-150 грамм көлдө бер биҙрә һыуҙа иретеп әҙерләргә. Бындай ашлама ҡулланыуҙы айына бер тапҡырҙан арттырырға кәрәкмәй.

- Аспирин. Ике айға бер тапҡыр һыуға аспирин иретеп һибеп алыу ҙа яҡшы һөҙөмтә бирер, ти сәскә үҫтереүселәр. Ғәҙәттә, бер төймәсек дарыуҙы бер литр һыуҙа иретеп ҡулланалар.

- Алоэ һуты - тәбиғи ашлама, үҫемлектең тиҙ утығып, үҫеп китеүенә булышлыҡ итә. Уны йыш ҡулланғанда гөлдәр төҫлө йәшел япраҡтары, эре матур сәскәләре менән күҙҙәрҙе ҡыуандырып ултырыр. Ниндәй бүленештә алырға: ярты литр һыуға бер балғалаҡ алоэ һуты.

Фото: https://pixabay.com/ru

https://gazeta-toratau.ru/articles/rubrika-7/2021-12-12/b-lm-g-ld-ren-ashlap-toror-a-k-r-k-2616182

Автор:
Читайте нас