ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
7 Ноября 2021, 08:03

Был кәңәштәрҙе көндәлек тормошта ҡуллан

Йоҡлай алмай интеккәндә, ҡарағай йәки шыршы тубырсығын ике ус менән ышҡыһағыҙ, бер ниндәй дарыу кәрәкмәҫ.    

Добавить в предпочтительные источники Google
Был кәңәштәрҙе көндәлек тормошта ҡулланБыл кәңәштәрҙе көндәлек тормошта ҡуллан
Был кәңәштәрҙе көндәлек тормошта ҡуллан

* Ҡулығыҙға сей йомортҡа ағын һөртһәгеҙ, тиреһе йомшарып, нәфисләнеп китер.
* Күҙ ҡабаҡтары шешенеп торһа, 15 минутҡа ромашка төнәтмәһенә мансылған  мамыҡ һалығыҙ.
* Йоҡлай алмай интеккәндә, ҡарағай йәки шыршы тубырсығын ике ус менән ышҡыһағыҙ, бер ниндәй дарыу кәрәкмәҫ.
* Иртәнсәк йыуынғанда һәм кис йоҡлар алдынан ауыҙығыҙҙы һалҡын һыу менән сайҡау нервы системаһына ыңғай тәьҫир итә.
* Бешеп сыҡҡан картуфты һыуыҡ һыуға һалһағыҙ, уның тышын таҙартыуы еңел булыр.
* Ябай спрайт газировкаһы менән тәҙрәгеҙҙе таҙартһағыҙ, ул ялтырап китер.
* Һуған турағанда һағыҙ сәйнәгеҙ. Күҙҙәрегеҙ йәшләнмәҫ.

 

Фото: narrecepti.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина.
https://dairagazite.ru/articles/common_material/2021-11-07/byl-k-sht-r-e-k-nd-lek-tormoshta-ullan-2573184
Автор: