ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
12 Апрель 2021, 09:09

ЕМЕШ АҒАСТАРЫН АҠЛАР МӘЛ ЕТТЕ

/

Яҙ ҡояш саҡ ҡына йылытыу менән баҡса күҙгә күренеп үҙгәрә. Кисә генә йоҡлаған бөрөләр асыла, сәскәләр морон төртә башлай.
Әммә шул уҡ ваҡытта ағас-үҫентеләр менән бергә баҡсаға зыян килтергән бөжәктәр ҙә уяна. Иртә яҙ – улар менән көрәшеү өсөн иң уңайлы мәл. Тап ошо ваҡытта баҡсаны төрлө дарыуҙар менән эшкәртеп ҡалырға кәрәк. Улар ауырыуҙарҙы һәм бөжәктәрҙе таралмаҫ борон юҡ итергә булышлыҡ ҡылыр.
Баҡсала иң тәүҙә ағастарҙы буяп сығырға кәрәк. Бының өсөн эзбиз, йә магазиндарҙа һатылған махсус порошок һәйбәт.
1. Ҡарт ағастарҙың олонон шпатель йә тимер щетка менән таҙартып сығығыҙ. Сөнки айырылып торған ҡайыр аҫтында бөжәктәр ҡышлай, унан йомортҡа һала башлай.
2. Емеш биргән ҡыуаҡтарҙың ботаҡтарын һәм бөрөләрен тикшерегеҙ. Уларға эҫе һыу ҡойорға кәрәклеге тураһында беләһегеҙ инде.
3. Бөжәктәр ҡышлаған урындарҙы таҙартып сығығыҙ: былтырғы япраҡ, олондарҙағы тишек-тошоҡ, кипкән ботаҡтар – быларҙың барыһы ла уларҙың йомортҡа һала торған ҡыуышы. Иң шәп ысул – яндырыу.
4. Ағас һәм ҡыуаҡтарҙы киҫергә ваҡыт. Тәү сиратта эскә ҡарай үҫкән ботаҡтарҙы алығыҙ, ҡамасаулағандарынан, иҫкеләренән ҡотолоғоҙ. Ҡояш нурҙары һәм ел ботаҡ араһынан еңел үтергә тейеш.
5. Ағастарҙың һаулығын һаҡлау өсөн эзбиз менән аҡлап сығығыҙ. Тәү сиратта был ысул олондо ҡояш нурҙарынан һаҡлаһа, икенсе яҡтан, ҡайыр аҫтына бөжәктәрҙең ҡунаҡлауына ирек бирмәйәсәк. Быйыл мин ағас олондарын эзбизгә дегет ҡушып аҡланым. Дегеттең еҫе бөжәктәргә лә оҡшамай.
Л. Нуретдинованың сәхифәһенән.
https://svetlyi-put-b.rbsmi.ru/articles/common_material/Emesh-a-astarin-a-lar-m-l-ette-757300/
Читайте нас