ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
11 Апрель 2021, 07:16

Ҡыуаҡтар эҫе һыу ярата

Әлеге мәлдә баҡсалағы ҡоротҡостарға ҡаршы ҡулланылған ышаныслы алымды тәҡдим итәм. Был эште ҡар ирегәнсә башҡарырға кәрәк.

Йылдан-йыл баҡсалағы уңышҡа һөжүм иткән ҡоротҡостар күбәйә. Уларға ҡаршы ҡулланылған инсектицидтар, фунгицидтар, пестицидтар исемлеге оҙоная, тик күпселек осраҡта ауырыуға ҡаршы тора алмай.
Был йәһәттән баҡсасыларҙа ла ғәйеп бар: йә ваҡытында эшкәртмәйҙәр, йә мәлен тура килтерә алмайҙар.

Ҡыуаҡлыҡтар һәм буласаҡ уңышҡа насар тәьҫире булмаған бер ысул тураһында һөйләп үтәм. Бәлки, күптәрегеҙ уны ҡулланалыр ҙа - ҡыуаҡтарға, тәү сиратта ҡарағатҡа иртә яҙҙан эҫе һыу ҡойоу. Бик ябай тойолһа ла, был алым байтаҡ проблемаларҙы иҫкәртергә ярҙам итә. Тәү сиратта эҫе һыу ҡарағат бөрөһөндә ҡышлаған талпанды юҡ итә. Был ҡоротҡос бөрөлә йәшеренеп, яҙ етеү менән эсендәге япраҡты ашай һәм уңышҡа ҙур зыян килтерә.

Онло ысыҡтың башланған мәлендә эҫе һыуҙың ярҙамы шаҡтай ҙур. Көн йылыныу менән был ауырыу шаша башлай һәм, саралар күрелмәгән осраҡта, йәй уртаһына ҡыуаҡты ҡоротоуы ихтимал. Әлеге сиргә ҡарағат һәм крыжовник айырыуса тиҙ бирешә.

Эҫе һыу ҡыуаҡтың тамырына зыян килтерер тип ҡурҡырға ярамай. Ҡайнар һыу менән эшкәрткәс, ҡыуаҡта сәскәле бөрөләр һаны ла бермә-бер арта икәнен иҫегеҙҙән сығармағыҙ.

Ҡар иремәҫ борон еләктәрҙе лә эҫе һыу менән эшкәртергә була. Был осраҡта һыуҙың температураһы 50-60 градус самаһы булырға тейеш. Ә йәй дауамында еләкте 45-50 градус самаһындағы һыу менән эшкәртергә кәңәш итәбеҙ. Лайлалы ҡусҡар, төрлө беттәрҙән был ысул һәйбәт һаҡлай. Ә бына ҡыуаҡтарҙы эшкәрткәндә һыу температураһы 60-70 градус самаһы булырға тейеш. Ә инде 80-дән юғарыраҡ икән, беттәрҙе генә түгел, бөрөләрҙе лә үлтерәсәк. Әйткәндәй, һыуға саҡ ҡына марганцовка өҫтәгәндә, тағы ла һәйбәтерәк. Тағы ла шуныһы: һыуҙы лейка менән генә ҡойорға була. 8-10 литрлыҡ биҙрә ике ҡыуаҡҡа һәм 4-5 квадрат метрҙа ултырған еләккә етәсәк. Иң мөһиме - был эштәрҙе ҡар ирегәнсә башҡарырға кәрәк.
Фото һәм видео авторҙың сәхифәһенән.
Автор: Лилия Нуретдинова
Читайте нас