ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
11 Апрель 2021, 06:02

Йомортҡа тартмаһында – йәшел һуған

Ҡышын-яҙын йыш ҡына йәшел һуған ашағы килә. Уның үҫтереүҙең ҡыҙыҡ ҡына ысулы бар икән

Ҡышын-яҙын йыш ҡына йәшел һуған ашағы килә. Көн һайын һатып алып булмай, тупраҡҡа ултыртып ыҙаланғы ла килмәй. Бының ҡыҙыҡ ҡына юлы бар.

Баҡһаң, һуғанды йомортҡа тартмаларына ла ултыртып була икән. Бының өсөн пресланған ҡағыҙҙан эшләнгән тартмалар кәрәк буласаҡ. Тәүгеһен ике-өс ҡат стрейч-пленка менән уратып алырға кәрәк. Был төбө буласаҡ һәм унан һыу аҡмаясаҡ. Артабан тағы өс тартма алып һыулайбыҙ. Өҫтө-өҫтөнә ҡуйып, пленкалы тартма өҫтөнә урынлаштырырға ҡала.

Уртаса ҙурлыҡтағы һуғандың башын әҙ генә ҡырҡып алырға һәм берәмләп йомортҡа тартмаһына урынлаштырып сығырға. Артабан көн һайын һыу ҡойоп торорға кәрәк.

15-20 көндән йәшел һуған ашарлыҡ булып үҫеп тә сығыр. Был ысулдың өҫтөнлөктәре: һуған серемәй, тимәк, еҫе сыҡмай, ваҡ себендәр эйәләмәй. “Түтәл” күп урын алмай. Ә йәшел генә һуғандар йыл әйләнәһенә ҡыуандырып ултырасаҡ.
Автор: Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА
Читайте нас