ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
11 Апрель 2021, 06:42

Күршем сараһын тапҡан

Тәнгә папиллома сығыуы күптәрҙе хафаға һала. Беренсенән, ул тирене һис тә биҙәмәй, икенсенән, уның

Тәнгә папиллома сығыуы күптәрҙе хафаға һала. Беренсенән, ул тирене һис тә биҙәмәй, икенсенән, уның йоғошло булыуы ла бар. Өҫтәүенә, муйын тирәһенә сығып, йәнде көйҙөрһә...

Күршем яңыраҡ үҙенең был папилло­маларҙан нисек ҡотолоуын һөйләне. Бер ай буйы башлы һуғандың һутын көн дә һөрткәндән һуң, тегеләр аҡрынлап кибеп юҡҡа сыҡҡан. Тағы бер кәңәш бирҙеләр: һөйәл үләненең спирттағы төнәтмәһе менән папилломаны яндырып, тиҙерәк һөҙөмтәгә өлгәшеп була, имеш. Кемдер уларҙан ҡотолоу өсөн тәү сиратта иммунитетты нығытырға кәрәк, тип иҫәпләй.

Бәлки, шулайҙыр, тик минең күршем һуған һуты менән был вируслы ҡуҙғыт­ҡыстарҙы бөтөрә алған. Моғайын, кем­дәрҙер тирене йәмһеҙләгән патогенлы элементтарҙы бөтөрөүҙең халыҡ меди­цинаһында ҡулланылған тәьҫирлерәк алымдарын да беләлер?
Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА
Читайте нас