ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
10 Апрель 2021, 11:00

Йодмы? Зеленкамы?

Һәр кемдең өй аптечкаһында йод та, зеленка ла барҙыр, моғайын. Ә бына ниндәй осраҡта уларҙың ҡайһыһын ҡулланырға?

Һәр кемдең өй аптечкаһында йод та, зеленка ла барҙыр, моғайын. Ә бына ниндәй осраҡта уларҙың ҡайһыһын ҡулланырға кәрәклеген беләһегеҙме? Был һорауға терапевт Марина Кондратенко яуап бирә.

Был препараттарҙың икеһе лә электән антисептик булараҡ билдәле. Улар менән төрлө яра һәм һыҙырылған урын­дарҙы эшкәртергә мөмкин. Тик айырмаһы ла юҡ түгел.

Әгәр ярағыҙ бәләкәй генә һәм ул тиҙ арала уңалырҙай икән, йод файҙаланыу яҡшы­раҡ. Ул яраланған урынды дезинфекциялай һәм әҙерәк тирене киптерә. Тик шуны онотмағыҙ: йодты яра тирә­һендәге тирегә генә һөртөгөҙ, асыҡ яраға тейҙерергә ярамай!

Бынан тыш йод йомшаҡ туҡымаларҙа ҡан әйләнешен яҡшыртырға кәрәк булғанда ла файҙалы. Бәрелгән, һуғылған урындарға, уколдан барлыҡҡа килгән шештәргә һөртөү өсөн, мәҫәлән. Был маҡсатта ауыртҡан урын өҫтөнә йод селтәре яһайҙар.

Зеленка (йәшел бриллиант) – шулай уҡ антисептик. Тик йод менән сағыштырғанда, тирегә тәрәнерәк инә һәм уны яҡшыраҡ киптерә. Шуныһы яҡшы, ул йодтан айырмалы рәүештә тирене яндырмай. Зеленка оҙағыраҡ тәьҫир итә. Уны һыу сәсәге, герпес сыҡҡанда ҡулланыу яҡшы.

Белеп ҡуйығыҙ: яра тәрән икән, был антисептиктарҙың икеһе лә бармай. Бындай осраҡта 3 процентлы водород перекисын файҙаланығыҙ. Ул яраны таҙарта һәм зарар­ланған урында инфекциянан һаҡлай.
Автор: Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА
Читайте нас