ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
20 Март 2021, 10:38

Һары май ашағандар арымай

Һары майҙың (иретелгән май) файҙаһы хаҡында күптән билдәле. Ул кулинарияла, медицинала, хатта

Һары майҙың (иретелгән май) файҙаһы хаҡында күптән билдәле. Ул кулинарияла, медицинала, хатта косметологияла файҙаланыла. Уны 200 градусҡа тиклем йылытҡанда ла канцерогендар барлыҡҡа килмәй, һәм ул ҡыҙҙырғанда янып көймәй. Унда шул тиклем күп витаминдар, микроэлементтар бар: тимер, калий, кальций, магний, цинк, фосфор, марганец, баҡыр...

Файҙаһы нимәлә һуң? Һары май ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген көйләй (сөнки унда РР витамины, натрий, фосфор бар), иммунитетты нығыта (цинк, баҡыр иҫәбенә), баш ауыртыуын баҫа (В5 витамины һәм калий), һөйәк һәм быуындарҙы нығыта, йөрәк-ҡан тамырҙары эшмәкәрлеген яҡшырта, уны төрлө ауырыуҙарҙы дауалағанда (рахит, остеопороз, радикулит, һалҡын тейеү һәм төрлө йәрәхәттәр) ҡул­ланалар.

Ауырлы һәм бала имеҙгән әсәләр өсөн ул – баһалап бөткөһөҙ ҡиммәтле аҙыҡ. Ундағы А, Е һәм D витаминдары бала үҫешенә һәйбәт йоғонто яһай. Фосфор һәм кальций һөйәктәрҙең формалашыуына ярҙам итә. Өҫтәүенә, һары май ауырлы ҡатындар тарафынан яҡшыраҡ үҙләштерелә.
Өлкәндәргә лә һары май файҙалы, ти табиптар. Тәү сиратта быуындар эшмәкәрлеген яҡшыртыу өсөн. Хатта уның баш мейеһендәге процестарға ыңғай йоғонто яһауы, фекерләүҙе яҡшыртыуы билдәле. Майҙы тейешле кимәлдә ашамаған балаларҙың үҫештән артта ҡалыуы ла бар. Аҡ майға ҡарағанда уның өҫтөнлөктәре бихисап: аллергия тыуҙырмай, еңел үҙләш­терелә, лактозаның эҙе лә юҡ.

Халыҡ медицинаһында уны ангина, киҙеү, һалҡын тейеү, эс ҡатыу, радикулит сирҙәрен, йәрәхәттәрҙе дауалауҙа уңышлы файҙалан­ғандар. Һары май косметологияла сәстәрҙе һәм битте тәрбиәләү өсөн маскалар әҙерләүҙә ҡулланыла. Ҡоро тирене йомшартыу, һырҙарҙы шымартыу, ваҡ етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүҙә тәьҫирле. Уның ярҙамында сәстәрҙе туҡлан­дырырға, үҫтерергә мөмкин, ти косметологтар. Һары май ашағандар арымай!

Был аҙыҡтың бер генә зарарлы яғы бар – уның артыҡ юғары калориялы булыуы. Самаһыҙ ашау һимеҙлеккә һәм шуның менән бәйле сирҙәргә килтереүе ихтимал. Тәү сиратта – йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы һәм ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеге сирҙәре. Сама менән ашағанда майҙың бер зыяны ла юҡ. Панкреатит, холецистит, бөйөр һәм иммун системаһы, һимеҙлеккә бәйле сирҙәргә дусар кешеләргә уны аҙлап, самалап ашарға тәҡдим ителә. Ә бына шәкәр диабеты, атеросклероз, һимереү сиренән ыҙалағандарға һары май ашау бөтөнләй ярамай, тип иҫкәртә белгестәр.
Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА
Читайте нас