ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
14 Март 2021, 03:07

Тоҙ һәм кәрәсин – һәр саҡ ҡул аҫтында

Лилиә Игебаева иһә ошондай халыҡ дауаһы сараларын тәҡдим итә:

Лилиә ИГЕБАЕВА иһә ошондай халыҡ дауаһы сараларын тәҡдим итә:
“Ҡасандыр әсәйем төрлө рецепт өлгөләрен бер дәфтәргә йыйып бара ине. Унда дауалау саралары менән бер рәттән, аш-һыуға ҡағылғандары ла яҙылғайны. Ошо йоланы дауам итәм һәм үҙемә осраған ҡыҙыҡлы яҙмаларҙы туплай барам.

Бына, мәҫәлән, ҡанһыраған теш ҡаҙналары өсөн сара. Был күренештән күптәр яфалана. Үҙем дә йонсоном, әллә күпме паста, майҙар, бәлзәмдәр ҡулланып ҡараным. Ҡотолоу сараһы әсәйҙең дәфтә­рендә булған икән. Ҡыҫҡаһы, ашаған һайын, тештәрҙе тоҙ менән таҙалау фарыз. Бик килеп сыҡмаһа, быны иртәле-кисле башҡарыу ҙа яҡшы. Үҙемдә һынаным – ярҙамы тейә.

Ғөмүмән, тоҙ, кәрәсин кеүек ябай ғына әйберҙәр һәр саҡ ҡул осонда булырға тейеш, минеңсә. Мәҫәлән, бармаҡ, тубыҡ­тар яраланһа, кәрәсинде сепрәккә манып япһаң, тиҙ уңала. Ул ҡан ағыуын да туҡтата.

Йүтәлләгәндә лә әсәйем күкрәккә кәрәсин һөртөр ҙә шарф менән урар ине. Ангина менән сирләгәндә лә тамаҡты тап ошо сара ярҙамында дауалағандары мәғлүм.
Тағы бер кәңәш: әгәр ҙә бармаҡтарҙа эренләп торған яра булһа, уны эҫе, хатта ҡайнар һыу һәм хужалыҡ һабыны менән ныҡ итеп йыуабыҙ.

Бармаҡты түҙгән тиклем һабынлы эҫе һыуҙа тотоп торғанда, тағы яҡшыраҡ. Яра тиҙ уңала, эрене лә бөтә.
Сәстәр ҡойолмаһын, ныҡ булһын тиһәгеҙ, ошондай халыҡ сараһы бар. Башты йыуыр алдынан бер уртаса ҙурлыҡтағы һуғанды ҡырғыс аша үткәреп, уға тулыр-тулмаҫ бер сәй ҡалағы тоҙ һалып бутағыҙ. Ошо массаны марляға төрөп, сәс төптәренә һөртөгөҙ. Унан шарфҡа урап, бәйләп ҡуйығыҙ. Был компресты 40 минут самаһы тотҡас, сәсегеҙҙе йыуығыҙ. Бының өсөн кесерткән төнәт­мәһен ҡулланһағыҙ, тағы ла файҙалыраҡ. Сәс ҡуйы була, ҡауаҡланмай.

Хәтерегеҙ хөртәйгәнен тойһағыҙ, сөгөлдөр ашағыҙ. Был йәшелсә соста­вындағы йод организмдағы холестерин алмашыныуын яҡшырта, магний ҡан тамырҙарын киңәйтә, мейеләге ҡан әйләнешен яҡшырта, ҡан баҫымын да түбәнәйтә. Әйткәндәй, сөгөлдөрҙө киң ҡулланғанда, ул атеросклероз кеүек сирҙе иҫкәртә, нервы системаһын нығыта, составындағы бетанин яман шеш күҙә­нәктәренә ҡаршы көрәшә. Эсе ҡатып йонсоғандар өсөн дә сөгөлдөр – фәҡәт файҙаға ғына.

Кәбеҫтәнең иһә күп витаминдар сыға­нағы булғанын беләһегеҙ, ә баш ауыртҡанда әсәйем япрағын маңлайға ҡуя торғайны. Кәбеҫтә компресы тәнде күгәреүҙән һаҡлай, шуға яңылыш һуғыл­һағыҙ, ауыртҡан урынға уның япрағын ябығыҙ.
Автор: Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА
Читайте нас