ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
13 Март 2021, 05:36

Үҫентеләр өсөн нисек орлоҡ һайларға?

Мул уңыш алыу өсөн орлоҡтоң сифатлы булыуы мөһим.

Бөгөн магазин кәштәләрендә ниндәй генә орлоҡ юҡ: күҙҙәр ҡамаша, әммә матур һүрәтле ҡаптағы орлоҡҡа ҡарап, уның сифатлымы-түгелме икәнен белеп тә булмай. Күп кенә баҡсасы орлоҡ һайлаған саҡта үҙ тәжрибәһенә таяна. Ә бына белгестәр был йәһәттән нимә тиер икән? Орлоҡтар тураһында һорауҙарҙы Рәсәй ауыл хужалығы үҙәге Башҡортостан буйынса филиалының үҫемлектәрҙе һаҡлау бүлеге етәксеһе Эльма Мәүзир ҡыҙы САҘИҠОВАҒА бирҙек.

– Эльма Мәүзир ҡыҙы, баҡса миҙгелен асыҡ тип иғлан итергә була. Көҙ мул уңыш алыр өсөн әленән үк көс һалырға һәм һәйбәт орлоҡ һайларға кәрәк. Нисек яңылышмаҫҡа?
– Әлбиттә, орлоҡто супер­мар­кетта ла, махсуслаш­ты­рыл­ған кибеттә лә һатып алырға була. Орлоҡто ҡайҙан һәм нин­дәйен алыу тураһында таныш­тарығыҙ менән кәңәш­ләшергә, интернеттан баҡсасы­лар­ҙың фекерен уҡырға мөмкин.

Сифатлы орлоҡ һатып алыу өсөн бер нисә кәңәш. Орлоҡто өйрәнгән урындан, ышаныслы һатыусыларҙан һатып алырға тырышығыҙ. Ҡыйбатлыраҡ орлоҡтар алырға уйлаһағыҙ, чек менән квитанцияһын һаҡлағыҙ. Орлоҡтар түбән сифатлы булған осраҡта, уны магазинға кире ҡайтарып бирә алаһығыҙ. Һатыусынан орлоҡ сертификатын һорағыҙ, ҡапта яҙылған мәғлүмәт менән ныҡлап танышығыҙ. Ҡулланыу һәм һаҡлау шарттарына ғына түгел, ваҡ хәрефтәр менән яҙылған мәғлүмәткә лә күҙ һалығыҙ. F1 — беренсе рәт гибриды, F2 — икенсе рәт гибриды. “Гибрид” тигән һүҙҙән ҡурҡмағыҙ. Махсус рәүештә эшкәртелгән булһа ла, уның ГМО менән бер ниндәй ҙә уртаҡлығы юҡ. Киреһенсә, бындай орлоҡтар, мул уңыш биреү менән бер рәттән, ауырыуҙарға ла бирешеп бармай, әммә бындай орлоҡтан үҫкән йәшелсәнән орлоҡ киләһе йылға һаҡлау өсөн бармаясаҡ.

Икенсенән, ҡыйбат – тимәк, сифатлы, тип уйлап, орлоҡ эшкәрткән фирмаларҙың тоҙағына эләгеп ҡуймағыҙ. Мәҫәлән, борсаҡлы йә таҫмалы орлоҡ сәсеүҙе еңелләштерһә лә, уның саманан тыш юғары хаҡы үҙен аҡламай.

Интернет селтәрендә орлоҡсолоҡ менән шөғөлләнгән фирмалар тураһында белешмәләрҙе ҡарап сығығыҙ. “Партнер”, “АгроСемЭксперт”, “Каприс” кеүек фирмалар яңы сығарылған орлоҡтар, һынау үткән сорттар тураһында даими мәғлүмәт бирә бара. Шулар менән танышҡандан һуң ғына, кәрәкле орлоҡтар исемлеген төҙөп, сорттарҙы яҙып алып, кибеткә барығыҙ. Ҡулда исемлек булмайынса, орлоҡ алыуҙы ла өнәмәйем. Төҫлө, сағыу ҡаптар башты әйләндерә.

– Алынған орлоҡто тот­тоң да, әҙер ергә ул­тырт­тың тигән һүҙ түгел. Ерҙе сәсеүгә әҙерләргә кәрәк, орлоҡто ла сәсеү алдынан сыныҡтырыу файҙаға ғына.
– Борсаҡлы орлоҡтарҙы алдан эшкәртергә кәрәкмәй. Ҡалғандарын иһә, айырыуса томат, ҡыяр, борос һәм ҡабаҡты эшкәртеү мөһим. Бының өсөн орлоҡтарҙы 20 градуслы һыуҙа 5-7 сәғәт ебетеп алалар ҙа 6 сәғәткә һыуытҡысҡа (туңдыр­ғысҡа түгел!) һалалар. Был процедураны биш көн рәттән ҡабатларға кәрәк. Шулай уҡ 60 градус эҫелектән үтмәгән мейестә өс сәғәт йылытып алыу ҙа етә. Бынан тыш, һәр баҡсасының орлоҡ сыныҡтырыу буйынса үҙе генә ҡулланған серҙәре бар. Шулай ҙа, әгәр һеҙ орлоҡ сыныҡтырыуҙан баш тартһағыҙ, сәсер алдынан төнгөлөккә һыуға һалып торорға онотмағыҙ. Ошолай иткәндә орлоҡ тиҙерәк шытып сыға.

Бер стакан һыуға бер бал ҡалағы тоҙ һалып, орлоҡто төшөрһәң, ҡалҡып сыҡҡаны сәсеүгә ярамай икәнен әйтеп үткем килә. Шунан, ниндәй генә орлоҡ булмаһын, сәсер алдынан уны алһыу төҫтәге марганцовкалы һыуҙа егерме минут самаһы тотоп алырға кәрәк.

– Тупраҡ тураһында ла һөйләшеп алайыҡ әле. Бөгөн тупраҡтың да ниндәйе генә юҡ һатыуҙа. Былтыр мин алған ер насар булып сыҡты. Себенләне. Шуға нисек ер һайларға?

– Тупраҡтың магазиндан алынғанымы, әллә баҡсаны­ҡымы — уныһы мөһим түгел. Ә бына тупраҡ араһында шытып сығып килгән үҫентеләр бул­маһын. Орлоҡ сәсер алдынан һауытҡа ер һалып, марганцовкалы ҡайнар һыу ҡойоп, өс-дүрт көнгә ҡалдырып тороғоҙ. Кемдер тупраҡты мейестә тотоп ала. Нисек кенә булмаһын, тупраҡтағы ауырыуҙарҙы һәм йоҡлап ятҡан ҡоротҡостарҙы бөтөрөү фарыз.

Тупраҡ та, орлоҡтар ҙа әҙер булғас, һауыт хәстәрләйек. Бының өсөн һут ҡаптары ла, йогурт һауыттары ла, торфлы көршәк тә ярай. Стаканға, ғәҙәттә, ике-өс бөртөк кенә орлоҡ сәсәләр.

Үҫентеләрҙе туҡландырырға ашыҡмағыҙ, бер ай тирәһе көтөгөҙ. Унан шыйыҡ комплекслы ашламаны ҡулланырға мөмкин. Сәскән саҡта тупраҡты һауытҡа ныҡ тултырып һалма­ғыҙ. Өҫтән 4-5 см урын ҡал­дырығыҙ. Үҫентеләр үҫкән һайын, яйлап ҡына тупраҡ өҫтәп барырға була.

– Үҫентеләрҙе тәрбиәләү һәм асыҡ ергә ултыртыу тәр­тибе тураһында һөйләгеҙ әле.
– Үҫентеләрҙе тәүге япрағы күренгәс тә күсереп ултыртырға мөмкин. Көсһөҙҙәрен алып ташлағыҙ. Тамырына һауа үтеп инһен өсөн тупрағын йомшартып торорға онотмағыҙ. Һабағы ҡараймаһын өсөн тупраҡ өҫтөнә бер аҙ көл һибегеҙ. Үҫенте тура үҫһен өсөн ҡояшлы яҡҡа әле бер, әле икенсе яғын әйлән­дереп тороғоҙ. Әгәр ултырған урыны ҡояшлы булмаһа, өҫтәмә рәүештә яҡтыртыу юлын эҙләгеҙ. Хәҙер әллә ни ҡыйбат булмаған фито-лампалар һатыла. Уларҙы ҡулланыу һәйбәт һөҙөмтә бирә.

Үҫентеләргә ҡоя торған һыу хлорлы булырға тейеш түгел. Шуға алдан алып, тондороп ҡуйығыҙ.

Асыҡ ергә сығарыр алдынан ике аҙна алдынан балконға йә соланға бер-ике сәғәткә әленән-әле сығарып алығыҙ. Бер аҙна үтеүгә, ул ваҡыт биш-алты сәғәткә тиклем барып етергә тейеш. Тышҡа сығарыу мәлен үҙегеҙ йәшәгән ерлектең үҙенсәлегенә ҡарап һайлағыҙ. Үҙем иһә, ғәҙәттә, 25 майҙан 10 июнгә тиклем помидор менән боросто асыҡ һауаға сығарып ултыртам.

Помидорҙы ҡасан сәсергә?

Үҫентеләр ныҡ булһын, артыҡ үҫеп китмәһен өсөн, уларҙы ваҡытында сәсергә һәм бының өсөн ҡулайлы көн һайларға кәрәк. Мартта иң уңайлы көндәр: 11, 29, 30.

Боросто һәм баклажанды мартта сәсеүгә ҡулайлы ваҡыт: 15, 16, 17, 18, 19, 20, 21, 22, 25, 26, 27.
Автор: Лилиә НУРЕТДИНОВА әҙерләне
Читайте нас