Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
9 Март 2021, 15:03

Быуындар һыҙлауынан ҡотолдом

“Өҫтәүенә ҡан баҫымым да нормаға килде”, - ти халыҡ дауаһына өҫтөнлөк биргән Рәшиҙә Фәхриева.

“Бәйләнештә” селтәрендә халыҡ дауаһы алымдары менән ихлас уртаҡлашҡан, күптәргә ошо йәһәттән төплө кәңәштәр биргән Рәшиҙә апай Фәхриеваның кәңәштәрен күптәр үҙенә күсереп ала, ҡулланып, фекерҙәрен, рәхмәт һүҙҙәрен яҙа.
Бына уның тағы бер яҙмаһы, бәлки, кемгәлер файҙаһы тейер. Айырыуса төндә һыҙланыуға түҙә алмай дарыу ашай инем. Был төнәтмәне эсә башлағас, дарыуҙарҙы ҡулланмай башланым. Рецепт интернет селтәренән алынды.
3 литрлы банкаға уртаса ҙурлыҡтағы 2 ҡыҙыл сөгөлдөрҙө (бешермәйенсә) таҙа итеп йыуып, турап һалырға. Өҫтөнә ҡайнап сығып, бүлмә температураһына тиклем һыуынған һыу ҡойорға, бер балғалаҡ бал һалырға. Ҡапҡас менән ябып, 5 көн һалҡынса урында тоторға. Өҫтөнә сыҡҡан күбеген йыйып алып, һөҙөп, төнәтмәне һыуытҡысҡа ҡуйырға. Ашағандан һуң яртышар стакандан көнөнә дүрт тапҡыр эсергә.
Шуныһы ҡыҙыҡ: ошо төнәтмәне эсә башлағас, ҡан баҫымым да яйланды. Элек 200-гәсә еткән саҡтары була торғайны. Хәҙер, Аллаға шөкөр! Дауа яныбыҙҙа ғына, тик белеп, дөрөҫ ҡулланайыҡ!”
Фото: med-advisor.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: