Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
6 Март 2021, 15:20

Мартта үҫентеләрҙе ҡасан сәсергә?

Тәжрибәле баҡсасылар иҫәпләүенсә, мартта ҡайһы көндәр уңышлы, ә ҡайһылары "ҡоро"? Барыһы хаҡында ла - яҙмала.

Март етеү менән баҡсасылар орлоҡтарҙы барлай, үҫенте сәсергә тупраҡтарын әҙерләй, һауыттар һатып ала башлай.
Күп тәжрибәле баҡсасылар үҫенте ултыртҡанда, башҡа эштәрҙе башҡарғанда айырым көндәргә иғтибар итергә кәңәш итә. Улар шулай уҡ ер эше менән булышырға ярамаған көндәрҙе лә билдәләй.
Был айҙа орлоҡ әҙерләү өсөн уңайлы көндәр: 11, 13, 17, 18 һәм 22 март.
Үҫентеләр ултыртыу өсөн ҡулай көндәр: ҡыяр – 28, 29, 31 март; томат – 29, 30, 31 март; баклажан – 13, 14, 23 март; борос – 13, 14, 23 март; кәбеҫтә – 13, 14, 23 март; йәшел тәмләткестәр – 13, 14, 22 март; кишер – 13, 14 март; редис – 13, 14, 23 март.
Март айында сәсеү, күсереп ултыртыу өсөн уңышһыҙ, йәғни “ҡоро” көндәр - 9, 24, 25 март.
Әйткәндәй, һәр баҡсасының үҙ календары ла булыуы мөмкин. Шулай уҡ үҫентеләрҙе сәскәндә төбәктең һауа шарттарына ҡарау, яҙҙың нисек килеүен иҫәпкә алыу мөһим. Уңышығыҙ мул булһын!
Фото: ogorod365.com
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: