Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
6 Март 2021, 15:05

Үҙ ереңдең ризығы – иң шифалыһы

Үҙ ереңдә үҫкән, эшкәртелгән аҙыҡ-түлектең, быуаттар буйы быуындан-быуынға күсә килгән милли ризыҡтарҙың файҙалыраҡ та, шифалыраҡ та булыуын диетологтар ҙа билдәләй.

Бөгөн күптәр тәбиғи ризыҡтарға, сәләмәт туҡланыуға өҫтөнлөк бирә. Шөкөр, кибет кәштәләрендә шифалы ҡымыҙ, талҡан, буҙа, ҡыҙыл эремсек һәм башҡа милли ризыҡтарыбыҙ ныҡлап урын ала башланы. Уларҙы етештереүҙе яйға һалыусыларҙың, милли ризыҡтар менән сауҙа итеүселәрҙең арта барыуы ла һөйөнөслө. Был йәһәттән абруйлы ағинәй Мәрйәм Бураҡаева ла бик матур эштәргә башланғыс биргән, тыуған төйәге Ейәнсурала шәхси рецепттары буйынса талҡан, буҙа етештереүҙе яйға һалған алдынғы ҡарашлы замандаштарыбыҙҙың береһе.

Талҡан – туҡлыҡлы тәғәм

Талҡандың файҙаһы һанап бөткөһөҙ: ул организмды туҡлыҡлы матдәләр менән тәьмин итә, уларҙың алмашыныуын яйға һала, ҡанды, күҙәнәктәрҙе ағыулы матдә­ләр­ҙән, токсиндарҙан, холестериндан арындыра, хатта рак күҙәнәктәренә ҡаршы тороу си­фатына ла эйә, ти белгестәр. Тағы ла ундағы А, С, Е витаминдары организмды йә­шәртә, күҙҙең күреү һәләтен яҡшырта, иммунитетты нығыта, кешегә көс һәм ҡеүәт бирә.

Бөгөн Мәрйәм апай Бураҡае­ваның рецебына ярашлы етеш­терелгән “Талҡан-Шифа” тип атал­ған ризыҡтың тәмен дә, шифа­һын да бихисап кеше татып өлгөр­гән. “Беҙ етештергән талҡандың бөтөн үҙенсәлеге лә, файҙаһы ла, туҡ­лыҡлы булыуы ла – уның бүрте­үендә, – ти Мәрйәм апай. – Игенде тәүҙә таҙартып, йыуып, бүрттереп алабыҙ, ҡыҙыу табала ҡыҙҙырабыҙ (киптермәйбеҙ), шунан тартабыҙ. Шуның өсөн ул ҡайнар һыуҙа йәки һөттә тиҙ генә бүртә лә китә”.

Ҡайһы бер кеше талҡанға тоҙ ҡуша. Талҡандың үҙенсәлекле файҙаһы – тоҙһоҙ ашауҙа, сөнки ул организмдағы артыҡ тоҙҙо “йота”. Ә инде ит, балыҡ, йоморт­ҡаға ҡушҡан саҡта, самалап тоҙ һалаһың. Ҡайһы берәүҙәр, бәлки, аптырар, әммә талҡанды иттән, балыҡтан бешергән ризыҡтарға өҫтәһәң, ул шундай үҙенсәлекле тәм бирә, ашамлыҡты туҡлыҡ­лыраҡ итә. Талҡанды алдан тотошлай бүрттермәйһең, фәҡәт ашарлыҡ итеп алған өлөшөн генә эшкәртергә кәрәк. Был милли ризыҡ ҡоро килеш бик оҙаҡ һаҡлана, үҙенең тәмен, файҙалы сифаттарын һис тә юғалтмай.
Мәрйәм апай тәҡдим иткән әҙер талҡан ҡатнашмаһынан башҡа төрлө ризыҡтар ҙа әҙерләргә мөмкин. Бына ниндәй файҙалы кәңәштәр тәҡдим итте ул.

* Бер стакан ҡатыҡҡа (кефирға) өймәләм итеп бер балғалаҡ талҡан һалып болғатаһың да дүрт-биш минутҡа өҫтөн ҡаплап ултыртаһың. Артабан теләгән кеше бал йәки һут ҡуша ала, шул көйө лә бик тәмле.

* Ҡоймаҡҡа аҙ ғына ҡушыу ҙа үҙенсәлекле тәм бирә. Талҡанды бөтә төр бутҡаларға ла ҡушырға мөмкин.

* Ҡунаҡ өсөн тәмлекәс. Талҡан ҡатнашмаһына аҙ ғына ҡайнар һыу һалып, тиҙ-тиҙ генә болғатып, өҫтөн ҡаплап, дүрт-биш минут тотаһың да самалап май, ҡуйыртылған какаолы һөт һалып баҫаһың, ҡамыр ҡуйылығына еткерәһең. Шунан тупсыҡтар әүәләп, һыуытҡысҡа ҡуяһың. Сәтләүек, өрөк төшө һәм башҡа емештәр менән биҙәргә мөмкин. Кәнфитте алмаштырған үҙенсәлекле тәмлекәс килеп сыға.

* Талҡан кәтлите. Тағы шул уҡ ысул менән ҡайнар һыу һалып, тиҙ-тиҙ генә болғатып, бүрттереп алаһың да, йомортҡа һалып, бутҡа ҡуйылығында бутайһың. Аҙ ғына тоҙ һалаһың. Шунан аш ҡалағы менән самалап табаға һалып, кәтлит рәүешендә бешерәһең.

* Аш тәмләткес (подлив) эшлә­гәндә он урынына ваҡ талҡан ҡулланырға мөмкин.

* Өстән ике өлөш талҡан, өстән бер өлөш көнбағыш хәлүәһен бергә ҡушып, ныҡлап иҙәһең дә, аҙ ғына көнбағыш майы ҡушып, бутайһың. Сәйгә бына тигән тәмлекәс килеп сыға.

Талҡандың эре һәм ваҡ төрҙәре була. Эре талҡанды ла шулай уҡ тәүҙә бүрттереп алаһың. “Шөкөр, бөгөн республикабыҙҙа милли ризыҡ етештереүселәр арта бара. Талҡан эшләп һатыусылар ҙа бихисап. Әммә “талҡан” тигән милли ризыҡ урынына ябай ондо ҡыҙ­ҙырып, аҙ ғына төҫ биреп, шуның менән кәсеп итеүселәр ҙә осрай. Зыяны барҙырмы, юҡтырмы – әммә ысын талҡан түгел инде. Һәр хәлдә, файҙаһы халҡыбыҙҙың борон-борондан белгән, ҡулланған ысын милли ризығыныҡына етмәй. Шуға күрә сифатлы етештереү­селәргә өҫтөнлөк бирегеҙ йәки үҙегеҙ эшләп ашағыҙ”, – ти ағинәй.

“Талҡан гүзәл заттарҙы йәшәр­тә”, – тип тә өҫтәне Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы. Гәзит уҡыусылар иғтибарына матурлыҡ битлеген тәҡдим итәбеҙ: ике ҡалаҡ һоло талҡаны, бер ҡалаҡ көнбағыш майы, ҡырғыстан үткәрелгән бер алма, ике ҡалаҡ һөт, бер ҡалаҡ балды бутарға һәм биткә, муйын тирәһенә һөртөргә. 20 минуттан йылымыс һыу менән йыуынырға. Битлекте даими рәүештә – аҙнаға, ике аҙнаға бер тапҡыр эшләп торорға кәңәш ителә.

Буҙа ҡояйыҡ әле!

Буҙа – халҡыбыҙҙа борон-борондан билдәле булған шифалы, туҡлыҡлы эсемлек. Ул шытты­рылған һәм төйөлгән арпанан, онталған һолонан әҙерләнгән. Күбекләнеп торһон өсөн малдың эс майын йәки аҡ май ҡушҡандар. Буҙа ашҡаҙан, бөйөр, бауыр, нервы системаһы эшмәкәрлеген яҡшырта.

Бығаса буҙаны башлыса Баш­ҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондарында ғына эшләп килде­ләр. Ә бөгөн ул киң таралған, фай­ҙаһы танылған эсемлеккә әйләнә бара. Һәр кем уны үҙенсә эшләй, кемдер бөтөнләй май йәки шәкәр ҡушмай, кемдер киреһенсә, аҙ ғына татландырыу яҡлы.
Бөгөн һеҙҙең иғтибарға Мәрйәм апай Бураҡаеваның рецебын тәҡдим итәбеҙ:

– Мин был шифалы эсемлекте 200 грамлыҡ буҙа ҡатнашмаһынан яһайым. Унда һоло, арыш, ваҡ талҡан, тананың эс майы ҡатнаш­тырылған. Уны “Буҙа ҡатнашмаһы” тип атайбыҙ һәм заказ буйынса цехта эшләйбеҙ.

Беҙ етештергән 200 грамлыҡ буҙа ҡатнашмаһы 3 литр һыуға иҫәпләнгән. Аҙаҡ, әсеп сыҡҡас, ҡайнап һыуынған һыуға шәкәр татытып (сәйгә һалған сама менән) шыйыҡлатырға мөмкин.

Эш барышы: буҙа ҡайната торған кәстрүлгә (дүрт-биш литр­лыҡ булһын, ташып китеүе ихтимал) бер ҡап ҡатнашманы тотош һалығыҙ. Шунан ярты литр самаһы һалҡын һыу ҡойоп, ентекләп бутағыҙ. Бер төйөрө лә ҡалмаһын. Быныһын ултыртып ҡуйығыҙ ҙа, икенсе һауытта ике литрҙан ашыуыраҡ (йәмғеһе 2,5-3 литр тинек бит инде) һыуҙы айырым ҡайнатығыҙ. Бының буҙа сифаты өсөн әһәмиәте юҡ. Фәҡәт эште тиҙләтә һәм еңеләйтә. Айырым ҡайнатып сығарғас, кәстрүлгә, теге болғатып ултыртҡан ҡатнашма өҫтөнә ҡойоп, ентекләп болғатаһың да талғын ғына утта 40 минут буйы бешерәһең. Төбөнә ултырмаһын өсөн даими болғап алырға кәрәк. 40 минут ҡайнағас, һыуытырға ҡуяһың. Бүлмә температураһына ­етеп һыуынғас, ике аш ҡалағы шәкәр һәм әсетке һалып, өҫтөн матурлап ябып, ултыртаһың.

Әсетке һәм әсеү. Әсетке булараҡ стакан ярым тирәһе ҡымыҙ йәки электән алып ҡалынған 500 грамм самаһы буҙаны ҡулланығыҙ. Сүпрә ярамай, ундай буҙаның шифаһы булмай. Әсетеү өсөн ҡулланылған ҡымыҙ йәки буҙа йылы – бүлмә температураһында булһын. Шифаһын күрегеҙ!

Белгес фекере

Үҙ ереңдә үҫкән, эшкәртелгән аҙыҡ-түлектең, быуаттар буйы быуындан-быуынға күсә килгән милли ризыҡтарҙың файҙалыраҡ та, шифалыраҡ та булыуын диетологтар ҙа билдәләй. Табип-дие­толог Наталья Григорье­ва­ның фекеренә ҡолаҡ һалайыҡ әле.

– Ысынлап та, йәшәгән еренә бәйле кешенең организмы айырым бер продукттар йыйылма­һына өйрәнә һәм уның ашҡаҙан-эсәк системаһы тап ошо төрҙәрҙе яҡшыраҡ, һөҙөмтәлерәк эшкәр­теүгә көйләнә. Шуға күрә ра­цион­дың төп өлөшөн урында етеш­терелгән аҙыҡ-түлек тәшкил итергә тейеш. Был радиус иң күп тигәндә 500 километрҙан артмаһын.

Диңгеҙ аръяғынан килтерел­гән ризыҡтар организм тарафынан ят нәмә булып ҡабул ителә, ошо сәбәпле күп осраҡта ауыр эшкәртелә, аллергия тыуҙыра.

Әлбиттә, япон, һинд, ҡытай, африка, көньяҡ америка кухнялары тәғәмдәрен тәмләргә мөмкин, әммә көн һайын ашау кәңәш ителмәй.
Туҡланыуҙы ойошторғанда йыл миҙгелдәре лә мөһим роль уйнай. Мәҫәлән, йәйгеһен орга­низмға тоҙ күберәк кәрәк, көҙгө­һөн уны ҡулланыуҙы кәметегеҙ. Әммә был йәй етеү менән тоҙҙо күберәк ашай башлағыҙ, тигәнде аңлатмай. Был миҙгелдә беҙ йә­шелсәләрҙе, йәшел тәмләт­кес­тәрҙе күпләп ҡулланыуға күсәбеҙ, ә улар минераль тоҙҙарға бай. Шуға күрә эҫе мәлдә тир менән юғалтылған тоҙҙарҙы тәбиғи продукттар ярҙамында тулыландырып тороу зарур.

Ҡышҡы һалҡын көндәрҙә тәнде йылы тотоу өсөн энергия талап ителә, шуға күрә калориялы ризыҡтарға өҫтөнлөк бирегеҙ. Ит төрҙәренән иң файҙалыһы – тауыҡ, күркә, ҡуян, һыйыр ите.

Бына шулай, беҙҙең организ­мыбыҙ тап үҙ ерлегендәге ризыҡ­тарҙы өҫтөн күрә, уларҙы яҡшы­раҡ эшкәртә, күберәк файҙа ала.
Автор: Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА
Читайте нас: