Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
28 Февраль 2021, 12:37

Помидор сәсер мәл етте

Баҡса – күптәребеҙ өсөн тәжрибә урыны ул. Шуға ла беҙ унда йыл һайын ниндәй ҙә булһа яңы үҫемлектәр, яңы

Баҡса – күптәребеҙ өсөн тәжрибә урыны ул. Шуға ла беҙ унда йыл һайын ниндәй ҙә булһа яңы үҫемлектәр, яңы сорттар үҫтереп ҡарарға ынтылабыҙ. Был помидорҙарға ла ҡағыла. Һуңғы тиҫтә йыл эсендә шаҡтай яңы гибрид сорттар барлыҡҡа килде. Улар элеккеләренән төрлө ауырыуҙарға ҡаршы тороу­санлығы, хатта декоратив булыуҙары һәм башҡа өҫтөн­лөк­­тәре менән айы­ры­лып тора.


Ҡайһы сорт мул уңыш бирә?

Помидорҙар хаҡында һүҙ сыҡҡанда, йыш ҡына детерминант һәм индетерминант сорттар тигәнде ишетергә тура килә. Беренсе төшөнсә шуны аңлата: үҫентеләр билдәле бер күләмдә ботаҡтар үҫтергәс, үҫешен тотҡарлай һәм асыҡ тупраҡҡа ултыртыу өсөн файҙаланыла. Индетерминант сорттарҙа иһә төп һабаҡтың үҫеше оҙаҡ ваҡыт дауам итә. Бындай сорт помидорҙар юғары уңыш бирергә һәләтле һәм уларҙы ябыҡ тупраҡҡа ултыртырға кәңәш ителә.

Помидор үҫентеләрен тейешенсә тәрбиәләһәң, уңышты тағы ла арттырырға була. Бының өсөн помидорҙы март башында түгел, ә февралдә үк сәсергә кәрәк. Үҫенте оҙоная башлау менән, аҫта өс япраҡ ҡалырлыҡ итеп (өсөнсө ысын япраҡ өҫтөнән үк), осон киҫәләр. Үҫенте япраҡ аҫтарынан тармаҡлана. Шулай итеп, өс ботаҡлы булып үҫеп китә. Ваҡыты етеп, баҡсаға күсереп ултыртҡас та, ул өс ботағында ла бер юлы сәскә ата, уңышы күберәк була.

Иртә сыҡҡан помидор тиҙерәк өлгөрә, көҙгә тиклем төп уңышын бирә. Был ысул элиталы сорттар үрсеткәндә, йәғни орлоҡ аҙ булғанда ла ярҙам итә.

Орлоҡто тикшерәбеҙ

Йыш ҡына һатып алынған орлоҡ­тарҙың күп өлөшө буш була. Шуға ла, үҫентеһеҙ ҡалмаҫ өсөн, уларҙы тәүҙә тоҙло һыуға һалып тикшерергә кәрәк. Бының өсөн бүлмә температураһындағы бер стакан һыуға бер сәй ҡалағы тоҙ һалабыҙ һәм шуға орлоҡтарҙы һалып болғатабыҙ. Стакан төбөнә төшөп ятҡандарын ултыртырға ярай тигәнде аңлата, өҫкә күтәрелгәнен иһә алып ташларға кәңәш ителә. Тоҙло һыуҙан алғас, ултыртаһы орлоҡто сайҡатырға онотмағыҙ.

Уны нисек эшкәртергә?

Помидорға күп ауырыуҙар орлоҡ менән инә. Тап шуға ла орлоҡто йоғошһоҙ­ландырыуҙа тупраҡты зарар­һыҙландырыу өсөн ҡуллана торған ысулдар яҡшы.

Был – алһыу төҫтәге марганцовка иретмәһе йәки фунгицидтарҙан – “Максим”, “Фуфанон”, биофунгицидтарҙан – “Фитоспорин-М”. Орлоҡтарҙы марля йәки сепрәккә төрөп, 15–20 минут үрҙә атап кителгән иретмәлә тотоу етә. Унан һуң һыуҙа йыуырға кәрәк. Ултыртыр алдынан уларҙы үҫеш стимуляторҙары “”Эпин-экстра”, “Энерген”, иммуноцитофит иретмәләренә һалып алырға була.

Ә халыҡ ысулдарынан – бал (200 миллилитр һыуға бер сәй ҡалағы бал һалып биш-алты сәғәт тоторға), алоэ һуты (алоэ япраҡтарын ике аҙнаға һыуытҡысҡа ҡуйып, унан һутын һығып, һыу менән 1:1 нисбәтендә ҡушып бер тәүлек тоторға), тағы көл иретмәһе (бер сәй ҡалағы көлдө 200 миллилитр һыуға һалып, бер тәүлек төнәтеп, һөҙөп, биш-алты сәғәт тоторға), ҡар һыуы (ҡар йәки боҙҙо бүлмә температураһында иретеп, 20 сәғәт тоторға) ҡулланырға була.

Сәсәбеҙ

Орлоҡто “Байкал-ЭМ1” препараты (башҡа махсус препараттар ҙа ярай) ҡушылған һыу һалып еүешләтелгән туҡымала 10–12 сәғәт дауамында ятҡырғандан һуң, алдан әҙерләп ҡуйылған тартмаға (бер сантиметр тәрәнлектә, араларын ике-өс сантиметр ҡалдырып) тупраҡҡа сәсәбеҙ. Тартманы яҡты һәм йылы урынға (20–23 градус йылылыҡ талап ителә) урын­лаш­тырабыҙ.

Ете-ун көндән беренсе үҫентеләр баш ҡалҡытыр. Улар биш-ете сантиметрға тиклем үҫкәс помидор үҫентеләрен яртылаш тупраҡ һалынған 400 грамлы стакандарға күсереп ултыртабыҙ. Үҫеш барышында үҫентеләргә аҙ-аҙлап тупраҡ өҫтәй барабыҙ, кәрәк икән, ян-яҡтағы япраҡтарын өҙөп ташлайбыҙ. Аҙнаһына бер тапҡыр органик ашлама менән туҡландырабыҙ.
Үҫенте 30–40 сантиметр бейеклеккә еткәс, көслө тамырлы булһын өсөн, уны бер литрлы һауыттарға күсереп ултыртабыҙ. Әгәр ҙә үҫентене май баштарында уҡ теплицаға ултыртырға ниәтләнәһегеҙ икән, һуңғы операцияны башҡарып тормаһағыҙ ҙа була.

Торфлы көршәктәргә ултыртырға яраймы?

Бындай көршәктәргә ул­тыртылған үҫентеләр тиҙ ҡорой, сөнки улар тупраҡ­тағы дымды тиҙ һурып ала. Унда ерҙең даими еүеш йәки ҡоро тороуын һаҡлап булмай тиерлек. Ундай үҫентеләр баҡсаға йәки теплицаға күсереп ултыртҡанда уңай­лы, сөнки тамырҙары йәрәхәтләнмәй.

Яҡтылыҡ кәрәк

Тәҙрә төбөндә помидор, шулай уҡ борос, баклажан үҫентеләренә яҡтылыҡ даими кәрәк. Уларҙы өҫтәмә яҡтыртыу мөһим, тик бының самаһы булырға тейеш.

Үҫенте шытып сығыуға, ике-өс тәүлек яҡты көн ваҡытын мөмкин тиклем оҙонайтырға кәрәк. Ысын япрағы сыҡҡансы 16 сәғәткә тиклем яҡтылыҡ булдырыу талабы ҡуйыла. Унан һуң 14 сәғәттән артыҡ яҡтыртмау мөһим. Үҫентеләргә төн дә кәрәк, улар ял итергә тейеш.

Һыу күп булмаҫҡа тейеш

Үҫентеләргә һыуҙы күп һибергә ярамай. Төбөнә һыу йыйылып тороу, артыҡ дым тамырҙар сереү, бәшмәк ауырыуҙары ҡурҡынысын тыуҙыра. Һыу бүлмә температураһында булырға тейеш.

Иң тәмле йәшелсә

Баҡсасылар иң тәмле помидор тип “Чудо земли” сортын атай. Новосибирск селекционеры В.Н. Дедерко сы­ғарған сорт 2002 йылдан үҫтерелә башлай, 2006 йылда Рәсәй дәүләт реестрына индерелә.

Был гибрид түгел, йәғни орлоҡто үҙеңә әҙерләргә була. Һабағы уртаса бейеклектә, помидорҙары йөрәк форма­һында, алһыу төҫтә, бик итләс, ярылмай, яҡшы һаҡлана, тәмле, баллы.

“Чудо земли” – уртаса өлгөрә торған сорт, 90 – 120 көндә әҙер була. Помидорҙары эре, тәүге емештәре бер килограмға етергә мөмкин, уртаса ауырлығы – 300 – 500 грамм. Дым етмәүгә би­решмәй, һауа торошо көй­һөҙлөгөнә сыҙамлы. Был сортты “Сибирский сад” компа­нияһы сығара.
Автор: И. ХАҠОВ әҙерләне
Читайте нас: