Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
17 Февраль 2021, 16:13

Ҡымыҙ ҡушып әсетелгән буҙа

Буҙаны, ғәҙәттә, ҡышҡы-яҙғы айҙарҙа, организм витаминға сарсағанда, әҙерләү бигерәк тә яҡшы. Шуға күрә ябай ғына рецепт тәҡдим итәбеҙ, уның буйынса буҙа мәшәҡәтһеҙ генә эшләнә.

Милли эсемлегебеҙ буҙаның тәмле лә, шул уҡ ваҡытта файҙалы ла эсемлек икәнен барыбыҙ ҙа яҡшы белә. Уны һәр хужабикә үҙенсә эшләй. Әммә мәшәҡәтле күрепме, был эсемлекте йыш яһап бармайбыҙ, шулай бит? Буҙаның файҙаһы һанап бөткөһөҙ: ул бауырҙы таҙарта, организдан токсиндарҙы, шлактарҙы сығарыу ҡеүәһенә эйә, шулай уҡ витаминдарға, минералдарға бай.
Буҙаны, ғәҙәттә, ҡышҡы-яҙғы айҙарҙа, организм витаминға сарсағанда, әҙерләү бигерәк тә яҡшы. Шуға күрә ябай ғына рецепт тәҡдим итәбеҙ, уның буйынса буҙа мәшәҡәтһеҙ генә эшләнә.
Өс литр һыуға 300 грамм һоло онон (геркулесты кофемолка аша үткәреп) һалабыҙ. Талғын ғына утта болғай-болғай 20-30 минут ҡайнатып, бүлмә температураһына тиклем һыуытабыҙ. Артабан 100 грамм шәкәр ҡомо, әсетке өсөн 0,5 литр ҡымыҙ ҡушабыҙ. Теләк буйынса бер аш ҡалағы аҡ май өҫтәргә лә була. Буҙаның төйөрҙәре ҡалмаһын өсөн яҡшылап болғатабыҙ ҙа әсетергә ултыртабыҙ. Әҙер эсемлекте һыуытҡыста һаҡлайбыҙ. Тиҙ генә эшләнгән был буҙа бик тәмле килеп сыға.
Автор фотоһы.
Автор: Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: