Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
13 Февраль 2021, 13:40

Кер йыуыуҙың да рәте бар

Cинтетик туҡыманан тегелгән әйберҙәрҙе ни өсөн йышыраҡ йыуырға кәрәк?

Ҡышҡы йөн кейемдәрҙе йыуырға уйлаһағыҙ, һуңғы тапҡыр сайҡатҡанда һыуға бер балғалаҡ глицерин һалығыҙ. Әйберҙәр йомшағыраҡ буласаҡ.
Кер йыуыу машинаһында төҫлө әйберҙәр йыуһағыҙ, һыуға ике-өс ҡалаҡ аш тоҙо өҫтәгеҙ. Улар уңмаҫ, сағыуыраҡ төҫ алыр.
Синтетик туҡымаларҙан тегелгәндәрҙе тәбиғи туҡымаларҙан етештерелгәндәргә ҡарағанда йышыраҡ йыуырға кәрәк. Күлдәкте биш-алты тапҡыр кейгәндән һуң мотлаҡ йыуығыҙ, сөнки туҡыманың еңелсә электрланыуы туҙан өлөшсәләрен үҙенә тарта. Синтетик туҡыма тәндең майлы бүлендектәрен һеңдереү һәләтенә эйә, ә был кейемдең тиҙ бысраныуына килтерә.
Ҡалын таҫтамал һәм халаттар йыуғандан һуң ҡабарып торһон өсөн аҙ ғына тоҙ һалынған һыуҙа тотоғоҙ. Кипкәндән һуң үтекләмәгеҙ!
Фото: Severdv.ru
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: