Һарымһаҡты дауа, шифалы аҙыҡ булараҡ 3000 йыл самаһы ҡулланыуҙары билдәле. Уның составы аҡһымға, углеводҡа, минералдарға һәм биологик әүҙем матдәләргә бай, һуңғылары унда 400-ҙән артып китә, ти белгестәр.
Шулай уҡ уның составында аллицин тигән матдә күп. Тап ошо матдә һарымһаҡты бактерияларға ҡаршы көрәштә алыштырғыһыҙ сара итә. Аллицин бактерияларға ҡаршы көрәшә, уларҙың үрсеүенә, таралыуына яҡшы кәртә була ала, антисептик булараҡ тәьҫир итә.
Һарымһаҡ организмды хеликобактер пилори, сальмонелла, стрептококк, стафилококк, туберкулез, дизентерия, кандидоз һәм герпес кеүек насар сирҙәрҙән дә һаҡлай ала.
Көн һайын бер тырнаҡ һарымһаҡ ашау ҡан тамырҙарын нығыта, ҡан әйләнешен яҡшырта, холестерин кимәлен кәметергә булышлыҡ итә. Былар барыһы ла организмда тромбтар барлыҡҡа килеүҙе, инсульт һәм инфаркт хәүефен кәметә. Шулай уҡ һарымһаҡ ҡан баҫымын төшөрә. Ул шәкәр диабеты осрағында ла кәңәш ителә, сөнки ҡандағы шәкәр кимәлен төшөрөүгә һәләтле.
Әммә һарымһаҡты сама белеп ҡулланыу тәҡдим ителә. Мәҫәлән, ашҡаҙан-эсәк трактына ҡағылышлы киҫкен сирҙәр (гастрит, дуоденит, энтерит, колит, сей яра) күҙәтелгәндә, бөйөрҙәр эшмәкәрлеге боҙолғанда, аллергия булғанда ул тәҡдим ителмәй. Шулай уҡ ҡан баҫымы түбән булған кешеләр ҙә һарымһаҡты бик һаҡ, сама менән ашарға тейеш.