Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
7 Февраль 2021, 12:10

Ҡара тмин, йәки ҡырағай әнис

Ҡара тминдың (ҡырағай әнис) файҙалы үҙенсәлектәре тураһында элек-электән белгәндәр, косметологияла ла, төрлө сирҙәрҙе дауалауҙа ла, аҙыҡ рәүешендә лә әүҙем ҡулланғандар.

Ҡара тминдың (ҡырағай әнис) файҙалы үҙенсәлектәре тураһында элек-электән белгәндәр, косметологияла ла, төрлө сирҙәрҙе дауалауҙа ла, аҙыҡ рәүешендә лә әүҙем ҡулланғандар.
Уның орлоғо төрлө майлы кислоталарға, калийға, фосфорға, кальцийға, магнийға һәм башҡа витаминдарға бай. Тмин майы бактерияларға, бәшмәктәргә, эсәк паразиттарына, дерматиттарға ҡаршы һөҙөмтәле көрәшә. Ҡара тминды аш эшкәртеүҙе яҡшыртыу өсөн дә ҡулланалар, ул үт бүленеп сығыуҙы көсәйтә, эсте йомшарта, күрем мәлендә эс ауыртыуын баҫа. Тминдың составына ингән тимохинон тигән матдә антиоксидант булараҡ билдәле, шуға ла уны һыуыҡ тейҙереп ауырығанда, йүткергәндә дауа рәүешендә ҡулланырға була, шулай уҡ дөйөм тонус күтәрелә, организмды энергия менән тулыландыра. Дауа рәүешендә ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ.
Бынан тыш тмин майын косметологияла ла киң файҙаланалар. Ҡоро тирегә бик яҡшы һеңә һәм дымландыра, йыш һөрткәндә һырҙар яҙыла, бактерияларға ҡаршы тороу һәләте биттәге һытҡыларҙы бөтөрөү көсөнә эйә. Сәстәр ҡоро, һыныусан булғанда, ҡойолғанда, ҡулланырға мөмкин, тмин майы яҡшы туҡландырғыс сара булып тора.

Фото:coream.ru
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас: