Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
6 Февраль 2021, 15:22

Ятыр алдан сәй эсергә ғәҙәтләнгәнһегеҙме?

Диетологтар был хаҡта нимә ти икән?

Киске ашыңды дошманыңа бир, тигәнде белмәгән кеше юҡтыр. Кискелекте ашарғамы-юҡмы, һәр кем үҙе хәл итә. Ә шулай ҙа ятыр алдынан сәй эсеп алырға күптәребеҙ күнеккән.
Әммә диетологтар һәм табиптар фекеренсә, йоҡларға ятыр алдынан ғына ҡапҡылау ғәҙәтен мотлаҡ ташларға кәрәк, сөнки организм йоҡоға китерҙән был ашты эшкәртеп өлгөрмәй, төнөн организмда бөтә процестар ҙа яй бара. Һөҙөмтәлә ашаған кәтлитегеҙ, картуфығыҙ уянғансы эшкәртелмәй ятасаҡ. Был сәләмәтлек өсөн бер ҙә файҙаға түгел. Юҡҡа ғына белгестәр йоҡларға ятҡансыға тиклем дүрт сәғәт алдан ашап ҡуйыу яҡшы тимәй. Был ваҡыт эсендә ашаған ашығыҙ тулыһынса эшкәртелеп, күпселеге үҙләштерелеп өлгөрәсәк.
Шулай ҙа ваҡытында туҡланам әле тип, был бөтә ризыҡты ла ашарға ярай тигәнде аңлатмай. Көндөң икенсе яртаһында ашҡаҙан, үт ҡыуығы, бауыр, ашҡаҙан аҫты биҙе, ғөмүмән, аш эшкәртеү системаһы эшмәкәрлеге яйыраҡ эшләй башлай. Шунлыҡтан кискелеккә ауыр эшкәртелгән юғары калориялы, майлы, тоҙло ризыҡтарҙан баш тартыу хәйерле. Шулай уҡ аҡ икмәк, шәкәр, артыҡ татлы емештәрҙе, сәтләүек, бәлештәрҙе, картуф ризыҡтарын киске аш мәлендә ашамағыҙ. Төнгә ҡарай организм глюкозаны ла яй үҙләштәрә, шоколад кеүек тәм-том да файҙаға түгел.
Ә нимә ашарға ярай һуң тигән һорау тыуа. Беҙҙең ҡарамаҡҡа диңгеҙ продукттары, тауыҡ, ҡуян ите, балыҡ ризыҡтары, быҡтырылған йәшелсәләр ҡала. Киске ашҡа кефир кеүек һөт аҙыҡтары, йомортҡа һәм бик үк татлы булмаған емеш ашарға ла ярай, ти диетологтар. Шуныһын да иҫтән сығармау мөһим: эс күпкәнсе түгел, ә ризыҡ күләме ике усығыҙға һыйырлыҡ ҡына булһын.
Диетологтарҙың кәңәшен тотоп, самалы ғына дөрөҫ туҡланһағыҙ, һау-сәләмәт, кәйефегеҙ һәр ваҡыт күтәренке булыр, дуҫтар!
Фото pexels.com
Автор: Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: