Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
6 Февраль 2021, 16:51

Икмәк ашамайым, тимә

Һуңғы ваҡытта күптәрҙең икмәк ашамайым, һимертә тигән һүҙҙәрен йыш ишетергә тура килә. Әммә...

Ысынлап та, табын түрендәге икмәктән дә файҙалы аҙыҡ юҡ. Халыҡтың туҡланыуы яҡшыра, төрләнә, аҙыҡ-түлек күбәйә барһа ла, икмәк әле лә төп ризыҡ булып ҡала. Ул - аҡһым, углевод, витамин, минераль берләшмәләр сығанағы ғына түгел, ә ҡайһы бер ауырыуҙарҙы дауалау һәм иҫкәртеүҙә ярҙамсы ла.
Энергетик ҡиммәте һәм үҙләштереүсәнлеге йәһәтенән ондоң юғары сортынан бешерелгәне иң яҡшыһы һанала. Һирәк осрай торған ғәжәп сифат хас уға: бер ваҡытта ла ялҡытмай һәм һәр саҡ файҙалы. Хатта ҡатҡан икмәк тә оҫта хужабикәләр ҡулында тәмле ризыҡҡа әүерелә. Был йәһәттән бер нисә файҙалы кәңәштәр ҙә тәҡдим итәбеҙ.
Икмәк ҡатмаһын өсөн 20-25 градус йылылыҡтағы бүлмәлә махсус һауыттарҙа һаҡларға кәрәк.
Аҙнаһына бер тапҡыр икмәк һауытын йыуып киптерегеҙ.
Бойҙай һәм арыш икмәген бергә һаҡламағыҙ, сөнки аҡ икмәктең тәме насарланасаҡ.
Ҡалас ризыҡтарын целлофан ҡапсыҡтарҙа һаҡлау һәйбәтерәк.
Икмәкте кәрәгенсә генә телергә өйрәнегеҙ.
Кипкән икмәк файҙалы, сөнки ундағы крахмал үҙгәреш кисерә, шуға күрә яҡшыраҡ үҙләштерелә.
Ҡатыңҡырап киткән икмәкте майлы табала ике яҡлап ике-өс минут тирәһе ҡыҙҙырып алһағыҙ, тәмле булыр.
Ҡатҡан икмәкте быуҙа йомшартып алһағыҙ, тәмен дә, сифатын да үҙгәртмәҫ, әммә ул артабан һаҡлау өсөн бармай, ашап бөтөрөү хәйерлерәк.
Фото:ust-kut24.ru
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: