Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
3 Февраль 2021, 23:14

Шифалы сәй эсегеҙ!

Был эсемлек организмды витаминдар комплексы менән тәьмин итә, елһенеү процестарын кәметә, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһын нығыта. Уны эшләү һис тә ҡамарлы түгел.

Гранат (анар) сәйе:
Организмды витаминдар комплексы менән тәьмин итә. Һаулыҡты нығыта. Елһенеү процестарын кәметә (бөйөрҙә, бауырҙа, быуындарҙә, күҙҙә ҡолаҡта). Шлактарҙы һәм токсиндарҙы организмдан сығара. Йөрәк-ҡан тамырҙары системаһын нығыта. Һалҡын тейеү сирҙәренән һаҡлай.
Әҙерләү ысулы:
Гранатты (анарҙы) алып, икегә бүлегеҙ. Ҡалаҡ ярҙамында орлоҡтарын сығарығыҙ. Уларҙы һауытҡа һалығыҙ, шәкәр һалып болғағыҙ, унан һуты сыҡҡансы иҙгесләгеҙ. Был ҡатнашманы бәләкәй банкаға бушатып һыуытҡыста ҡуйығыҙ. Ул бер айға тиклем һаҡлана. Сәй эшләр өсөн, сынаяҡҡа ҡайнаған һыу ҡойоғоҙ, бер аш ҡалағы ҡатнашманы бутағыҙ.
Шифалы сәй әҙер!
Фото: eda-land.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: