Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
30 Ғинуар 2021, 13:09

Иң файҙалы әйбер һеҙҙең өйҙә лә бар...

Балаларығыҙҙы бәләкәйҙән һыу эсергә өйрәтегеҙ!

Донъялағы иң ҡәҙерле әйбер һеҙҙең өйҙә лә бар, тик беҙ уны һаҡсыл тотона беләбеҙме? Һүҙҙең эсәр һыу тураһында барыуын аңлағанһығыҙҙыр, ә ни өсөн сифатлы һыуҙың организмға бик кәрәкле булыуын беләһегеҙме? Һыуҙы көн дә тейешле кимәлдә эсеү өсөн 46 сәбәп бар, тик уларҙың бөтәһен дә һанап тормайбыҙ, бары бер нисәһен генә атаһаҡ та, һеҙҙе ышандыра алырбыҙ тип уйлайбыҙ. Балаларығыҙҙы бәләкәйҙән һыу эсергә өйрәтегеҙ!
Һыуҙың организмға етешмәүе тәүҙә хәлде бөтөрә, аҙаҡ йәшәү өсөн мөһим булған ҡайһы бер функцияларҙы һәләк итә.
Һыу - төп энергия сығанағы, йәшәүгә көс бирә. Ул ДНК-ны төрлө зарарҙан һаҡлай һәм уның тергеҙеү механизмдарының тәьҫирлеген арттыра.
Һыу кимек матдәһенең иммун механизмы тәьҫирлеген күтәрә, хатта яман шешкә ҡаршы тороусанлыҡты арттыра.
Һыу бөтә аҙыҡ төрҙәрен, витаминдарҙы, минералдарҙы тарҡата, матдәләр алмашыныуын һәм үҙләштереүҙе яҡшырта. Унһыҙ тын алыу ҙа мөмкин түгел.
Һыу тәндең төрлө өлөштәренән токсик ҡалдыҡтарҙы бауырға һәм бөйөргә ҡыуа һәм организмдан сығара.
Һыу быуындарҙа төп майлау материалы булып тора, бил ауыртыныуҙарын һәм артритты булдырмауға ярҙам итә. Ә умыртҡа бағанаһы дискыларында амортизациялаусы “ һыу мендәрҙәрен” барлыҡҡа килтерә.
Һыу - эс ҡатыуҙан яҡшы сара, йөрәк артерияларын һәм мейене тығылыуҙан һаҡлай. Йөрәк өйәнәктәре һәм инсульт хәүефен кәметә, ҡанды шыйығайта.
Эҫе көндәрҙә ул (тир) организмды һыуыта. Бер һүҙ менән әйткәндә, һыуһыҙ тормош юҡ.
Фото:7sisters.ru
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: