Хәйбулла хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Телеграм
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
18 Ғинуар 2021, 13:08
Үҙебеҙҙә үҫмәһә лә
Дарыу урынына - банан
Был емеш үҙебеҙҙә үҫмәй, әлбиттә, тик ул һәр саҡ ҡул осонда. Банандың файҙаһы баһалап бөткөһөҙ, ти диетологтар. Ул тәмле, туҡлыҡлы, өҫтәүенә витаминдарға һәм минераль матдәләргә бик бай. Мәҫәлән, унда күҙәнәклек, сахароза, фруктоза күп, шунлыҡтан күп дарыуҙы алмаштыра ала.
Ҡан баҫымы юғары булғанда организмда калийға ҡытлыҡ бар, ә тоҙҙар, киреһенсә, артығы менән. Калий тоҙҙарҙы беректереп уны организмдан сығара. Бына шуның өсөн калийға бай банан ашау файҙаға ғына.
Банан стресҡа ҡаршы ҡулланыла алған емеш булараҡ та билдәле. Ундағы микроэлементтар һәм витаминдар матдәләр алмашыныуға ыңғай тәьҫир итә, был процесс үҙ сиратында организмдағы күңел төшөнкөлөгө кимәленә лә бәйле.
Банандағы пектин ауыр металдарҙы һәм токсиндарҙы тәндән сығарыусы ла. Аш һеңдереүҙе яйға һалыусы яҡшы пробиотик булараҡ эстә газ йыйылыуҙы кәметә һәм эсте йомшарта.
Банандағы триптофан серотонин гормонын арттыра, шуға был аҙыҡ кәйефте күтәрергә лә һәләтле.
Банандағы В6 витамины шәкәр миҡдарына ыңғай тәьҫир итә ала. Тағы ла был витамин эс ташҡанда ла ярҙам итергә мөмкин.
Банандың ныҡ өлгөргәндәре лә, бешеп етмәгәндәре лә ашарға яраҡлы һәм һәр ҡайһыһының үҙенсә файҙаһы бар. Ныҡ бешкәндәре асыҡ һары төҫтә һәм ҡара төрткөләр сыға башлай. Ундайҙары клетчатка, С, В төркөмө витаминдары, калий һәм антиоксиданттар күп. Ә өлгөрөп етмәгәндәрендә, йәшел төҫтәгеләрендә, шәкәр әҙерәк, унан тыш, пробиотиктар бар. Бешмәгәндәрендә крахмал күләме юғары, шунлыҡтан тиҙ туйҙыра, оҙаҡ асыҡтырмай.
Фото:goodetiket.ru
Автор: Аклима Гизатуллина
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/ebe---m--l-636566/
Читайте нас: