Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
17 Ғинуар 2021, 14:35

Боросло һыу эсеү файҙалымы?

Был эсемлекте эшләү өсөн...

Билдәле булыуынса, әсе боросто йылы яҡта йәшәүселәр бигерәк тә күп файҙалана. Ул ашҡаҙан проблемаларын хәл итә ала, ундағы ауырыу бактерияларҙан арынырға булышлыҡ ҡыла. Шулай уҡ эс киткәндә ҡулланырға мөмкин. Боросло һыу быуын, бүҫер сирҙәренән, теш һыҙлауынан яфаланғандарға файҙалы.

Бындай эсемлекте эшләү өсөн ике стакан һыуға бер нисә сәй ҡалағы борос һалып, ҡайнатып алырға кәрәк. Унан саҡ ҡына тоҙ өҫтәргә лә була.

Был эсемлек иммунитетты нығытырға һәм артыҡ ауырлыҡ менән көрәштә ярҙам итергә һәләтле. Шулай уҡ бик яҡшы натураль энергетик та булып тора.

Әммә уны ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә кәрәк, ашҡаҙан аҫты биҙе менән сирләүселәргә был эсемлекте ҡулланмау күпкә яҡшыраҡ.
Әйткәндәй, һалҡын көндәрҙә профилактика өсөн боросло һыуҙы эсеү организм өсөн бигерәк тә файҙалы.
Фото: produktalko.com
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: