Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
6 Ғинуар 2021, 12:20

"Йоҡлай алмай йонсойом..."

- Бөтөнләй хәлем юҡ. Баламды саҡ уятып, мәктәпкә оҙаттым... Нимә эшләп ҡарайым икән?

Һуңғы осраҡта "йоҡом туймай", "бөтөнләй хәлем юҡ", "баламды саҡ уятып, мәктәпкә оҙаттым", "нимә эшләп ҡарайым икән?" тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә. Билдәле, әгәр йоҡо туймаһа, эшкә ҡарата ла, уҡыуға ла иғтибар кәмей, тимәк, насар һөҙөмтәне көт тә тор.
Үҙеңде яҡшы тойоу өсөн 8-9 сәғәт йоҡо етә, ти белгестәр. Улар әйтеүенсә, көн режимы төҙөргә, билдәле бер ваҡытта йоҡларға ятырға һәм уянырға күнегергә кәрәк. Был тәртипте ял көндәрендә лә, каникулда ла боҙорға ярамай. Йоҡлағанда бүлмәлә яҡты булмаҫҡа тейеш, ә иртән, киреһенсә, уның балҡып тороуы мөһим. Яҡтылыҡтың ниндәй булыуына ҡарап, кешенең мейеһе йә йоҡоға, йә уяныуға көйләнә.
Белгестәр әйтеүенсә, режимдан тыш, организмдың биологик ритмдарын да һаҡларға кәрәк. Кеше үҙенең ҡайһы ваҡыт арауығында айырыуса әүҙем, ә ҡасан һүлпәнәйеүен белергә тейеш. Шуға ярашлы режимыңды төҙөйһөң.
Әгәр ҙә йоҡлай алмай интегәһегеҙ икән, ҡәһүәнән, газлы, шәрбәт эсемлектәрҙән бөтөнләй баш тартырға кәрәк.
Йоҡоғоҙ һәр саҡ татлы, иртәләрегеҙ кәйефле, яҡты булһын! Йоҡо туйһа, эшең уңыр.
Фото: kleo.ru
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: