Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
29 Декабрь 2020, 22:29

Яңы йылды нисек ҡаршы алырға?

Күп мәшәҡәттәре һәм зәхмәттәре менән тарихта ауыр эҙен ҡалдырған кәбисә йылынан һуң, 2021 йыл тыныс булыр тип фаразлана

Һанаулы ғына көндәрҙән еребеҙгә өр-яңы йыл аяҡ баҫа. 2021 йылда Көнсығыш календары буйынса Сысҡанды Һыйыр йылы (Үгеҙ йылы, Буға йылы) алмаштырасаҡ.
Яңы йылды беҙгә 2021 йылдың символы - Аҡ металл үгеҙ алып килә. Күп мәшәҡәттәре һәм зәхмәттәре менән тарихта ауыр эҙен ҡалдырған кәбисә йылынан һуң, 2021 йыл тыныс булыр тип фаразлана. Аҡыл менән уйланған, төплө фекерҙәр өҫтөнлөк иткән, яуаплы эштәр башҡарғанда ҙур тәүәккәллек талап иткән йыл буласаҡ. Сөнки был сифаттарҙың барыһы ла Һыйырға хас.
Йыл хужаһын шатландырыу өсөн Яңы йыл кисенә күк, көрән, йәшел, аҡ, метал төҫөндәге кейемдәрҙе әҙерләп ҡуйыу талап ителә. Киске күлдәктәр кейеү ҙә мөһим түгел, джинсы, салбар, күлдәк, еңел свитерҙар һайларға ла була. Аксессуарҙар, шарф, яулыҡтар тураһында ла онотмағыҙ. Иң мөһиме -кейемдәрегеҙ ҡыҙыл төҫтә булмаһын!
Өҫтәлгә, кәштәләргә үгеҙ (һыйыр, буға) уйынсыҡтар ҡуябыҙ, йыл символы төшөрөлгән биҙәктәр менән биҙәйбеҙ. Шыршыны аҡһыл, көмөш төҫөндәге шарҙар, мишуралар менән биҙәргә була. Аҡлыҡ-сафлыҡ төҫө өй түренән үк балҡып торһон!
Нимә бүләк итергә?
Яңы йылға бүләк һайлау - мәшәҡәтле генә эш түгел, ә сығымдар ҙа талап итә. Иғтибар мөһимерәк тиһәләр ҙә, беҙҙең һәр беребеҙ ваҡ-төйәк түгел, ә күңеленә ятҡан әйберҙе бүләккә алырға теләй. Шуға күрә бүләктәрҙе көнкүрештә ҡулланып булырлыҡтарын һайларға кәңәш итәбеҙ: телефон чехолы, термосынаяҡ, исемле футболка, өҫтәл уйындары, наушник, китаптар, “аҡыллы” будильник, йомшаҡ плед, йылы бейәләйҙәр бына тигән бүләк буласаҡ!
Тыуып килгән йылда мөһим эштәр күп булыр. Уларҙың барыһын да “мөгөҙ менән ер һөрөп” бик тырышып башҡарып сыҡҡанда ғына ҙур уңыштарға ирешергә мөмкин буласаҡ.
Һыйыр, үгеҙ – үҙ артынан йөк һөйрәп барырға ла, сиҙәм ерҙе иген сәсерлек итеп һөрөп сығырға ла һәләтле хайуан. Шуға күрә был йылда башланған яңы эштәрҙең, проекттарҙың асылына уныш һалынған булыр. Эштәрегеҙҙең һөҙөмтәһенә ышанығыҙ, нигеҙһеҙ хыялдарға ымһынып, ваҡытығыҙҙы әрәм итмәгеҙ! Бигерәк тә ерҙә ныҡ баҫып торған хеҙмәт эйәләренә, техник һөнәр менән бәйле кешеләргә, хәрбирҙәргә, иҫәп-хисап менән эшләүселәргә финанс яғынан уңышлы йыл буласаҡ.
Яңы йылды ҡаршы алғанда байрам өҫтәленә йәшел тәмләткес үләндәр, салаттар, йәшелсәләрҙе ҡуйыу кәрәк. Әммә ит һәм һөт ризыҡтары мөмкин тиклем аҙ булһын.
Ситтән бик тәкәббер булып күренһә лә, Үгеҙҙең ыңғай яҡтары ла бик күп. Ул йомарт, киң күңелле. Был йылда өйләнешеүселәрҙең ғаиләләрере ныҡ була. Шулай уҡ бала табыу, йорт төҙөү өсөн дә осор уңышлы буласаҡ. Яратҡан кешеләр менән уртаҡ пландар төҙөп, йылы, ихлас аралашыуҙар йылы ла быйыл. Үҙегеҙҙе яҡшы яҡҡа үҙгәртергә, хеҙмәттәштәрегеҙ, күршеләр, туғандар менән араларығыҙҙы яйларға тырышырға кәрәк.
Фото:pinterest.ru
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: