Хәйбулла хәбәрҙәре
+14 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Телеграм
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
29 Декабрь 2020, 11:10
Бронхит ыҙалатһа...
"...Ирем ун йылдан ашыу хроник бронхит менән сирләне. Йүтәлдән ныҡ йонсой ине. Бер мәл ҡулыма ябай ғына рецепт килеп эләкте..."
Бронхит ыҙалатһа... шалҡан, кишер, сөгөлдөр ярҙам итәсәк. Халыҡ медицинаһы рецептары араһында хроник обструктив бронхиттан, лайлалы көслө йүтәлдән ҡотолорға ярҙам иткәндәре лә осрай. Уларға күҙ һалайыҡ, бәлки, файҙаһы тейер. Мәҫәлән, беҙҙең уҡыусыбыҙ Илзирә Зәйниева түбәндәге тарихты бәйән иткән:
“Минең ирем ун йылдан ашыу сирләне. Бер мәл ҡулыма ябай ғына рецепт килеп эләкте. Вәғәҙәләгәнсә, ул тәүге көндәрҙән үк сирленең хәлен яҡшыртырға тейеш ине. Бөтә ғаилә ағзаларына ла тап килерлек, һөҙөмтәле тойолдо, әммә төп шарт – дарыуҙы бөткәнсе эсергә кәрәк.
Шулай итеп, берәр стакан сөгөлдөр, кишер, ҡара шалҡан, мүк еләге һутын алырға һәм шуларҙы берәр стакан бал һәм араҡы менән бутарға кәрәк. Ҡатнашмаға 40 грамм алоэ һутын да ҡушыу фарыз, тик ул өс йылдан кәм үҫмәгән, өҙөр алдынан өс көн һыу һибелмәгән булырға тейеш.
Ошоларҙың барыһын да эмалле кәстрүлгә һалып, ҡайнар хәлгә еткерергә кәрәк, әммә ҡайнатмаҫҡа. Әҙер дарыуҙы банкаға йәки шешәгә бушатығыҙ, һыуытҡысҡа ҡуйығыҙ, әммә эскәндә бер аҙ йылытығыҙ. Ашарға 15 минут ҡалғас, 20-30 грамм дарыу ҡабул итергә кәрәк.
Нисә тапҡыр ашаһағыҙ, шунса тапҡыр ошо дарыуҙы эсегеҙ! Үҙегеҙ ҡулланған тиклемен генә йылытығыҙ. Яҙғы-көҙгө осорҙа ошо ҡатнашма киҫкен респиратор сирҙәрҙе иҫкәртеү, иммунитетты күтәреү өсөн дә бик файҙалы, әммә был осраҡта ҡатнашма эшләү өсөн үрҙә күрһәтелгән миҡдарҙарҙың яртыһы ла етә".
Сәләмәт булығыҙ!
Фото: img14.postila.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Bronhit-i-alat-a-612732/
Читайте нас: