Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
28 Декабрь 2020, 22:27

“Сысҡанды енләндермәгеҙ!” - ти астролог Гөлнара

Ай ярым буйы уның менән уртаҡ тел табып йәшәргә тура киләсәк...

Өфө ҡалаһында йәшәгән астролог Гөлнара Соколова Яңы йылды нисек ҡаршыларға кәрәклеген аңлатҡан. Уның әйтеүенсә, Яңы йыл төнөндә Ай Арыҫлан билдәһендә, Венера - Уҡсыла, Марс Ҡуҙы йондоҙлоғонда буласаҡ. Быларҙың бөтәһе лә утлы билдәләр, шуға күрә кейемде лә белеп һайларға кәрәк.
Алтын, мандарин, мәк төҫөндәге ҡупшы күлдәктәр, ялтыр-йолтор биҙәүестәр тап ошо Яңы йыл төнө өсөн, ти астролог. Утлы билдәләр хөкөм иткәнгә күрә табында тоҙло-боросло аҙыҡ-түлек, вино, ҡыҙыл төҫтәге ризыҡтар булыуы мөһимлеген дә йәшермәй. “Табын төбөндө ултырыу нисек кенә күңелле булмаһын, уны таңғаса һуҙмау хәйерле, сөнки иртәнгә табан тойғолар көсөргәнеше арта,” тигән кәңәш бирә Гөлнара. Петарда, салют һәм фейерверктар менән мауыҡмау кәрәклеген дә иҫкәртә.
Астролог Һыйыр йылының бары 12 февралдә генә хакимлек итә башлаясағын белдереп, шул мәлгә тиклем Сысҡан менән һыйышып йәшәргә кәңәш итә. “Әлегә Сысҡанды енләндермәгеҙ, йәненә теймәгеҙ. Ай ярым буйы уртаҡ тел табырға тырышығыҙ Уның асыуын онотмауы, үс алыуы ихтимал. Өҫтәлегеҙгә сыр ҡуйһағыҙ, бер аҙ тынысланыуы бар,”- тип кәңәш итә астролог.
Йондоҙнамәләргә ышанһағыҙ ҙа, ышанмаһағыҙ ҙа, барыһы ла үҙ иркегеҙҙә. Яңы йыл байрамын тыныс күңел, бәлә-ҡазаһыҙ, яҡшыға өмөт итеп ҡаршыларға яҙһын!
Фото: Fresh.ru
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: