Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
28 Декабрь 2020, 22:55

Ҡабаҡ һәм... герпес

Сәләмәтлеккә бәйле популяр сығанаҡтарҙың береһендә түбәндәге үҙенсәлекле рецепт осраны. Уға

Сәләмәтлеккә бәйле популяр сығанаҡтарҙың береһендә түбәндәге үҙенсәлекле рецепт осраны. Уға иғтибар итегеҙ әле: бәлки, ярҙамы тейер.

Өлгөргән ҡабаҡтың һабаҡ төбөн һындырып алығыҙ, уны быяла банкаларҙы яба торған тимер ҡапҡасҡа һалығыҙ һәм ипләп кенә мейестәге күмерҙәр өҫтөнә һалығыҙ. Әлбиттә, быны ут янып бөткәс эшләргә кәрәк. Булмаһа, духовкаға ҡуйырға ла була.

Янған һабаҡты ҡәһүә ваҡлай торған ҡоролмала иҙегеҙ, банкаға һалығыҙ, уға таҙартылмаған көнбағыш майын ҡушығыҙ. Майҙы самалағыҙ – ҡуйы ҡаймаҡ ише ҡатнашма килеп сы­ғырға тейеш. Уны герпес сыҡҡан урындарға һөртөгөҙ.
Автор: Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА
Читайте нас: