Күптәрҙең аҡбалсыҡ ашағанын күргәнегеҙ барҙыр әле. Организмға кальций, Д витамины, тимер етмәһә, кешелә аҡбалсыҡ ашау теләге тыуа. Аҡбурҙа кальций, кремний, алюминий, марганец, тимер, натрий, цинк, магний, калий, азот, хром, фосфор, никель, көмөш, радий, кобальт кеүек матдәләр бар.
Был минералды ашағығыҙ килһә, туҡланыу рационына балыҡ, һөт ризыҡтарын, тимергә бай йәшелсә-емеште индерегеҙ. Дарыухананан кальций глюконаты йәки организмды кальций, тимер менән байытыусы препараттар алып, эсеп ҡарағыҙ.
Шул уҡ ваҡытта аҡбур ашауҙың зыянлы икәнен дә онотмағыҙ: мәктәп таҡтаһына яҙыу өсөн тәғәйенләнгән аҡбурҙа гипс, елем һәм зарарлы ҡатнашмалар бар. Кальций корбанаты бөйөрҙәргә таш булып ултыра, тарҡалмай торған ҡаты кальций оксалатлы таштарға әүерелә.
Ашҡаҙан һуты ла күп бүленеп, ашҡаҙан-эсәк юлдары ла күп көсөргәнеш кисерәсәк, шунлыҡтан кеше инфекция сирҙәренә тиҙ бирешәсәк. Өҫтәүенә, составында ауыр металдар булған аҡбур менән ағыуланыуығыҙ ҙа ихтимал. Шунлыҡтан аҡбурҙы ашарғамы, юҡмы икәнлеген һәр кем үҙе хәл итә.