Моңло тауышлы йырсы Ләйсән Шәрипова Яңы йыл алды мәшәҡәттәре, байрамды ҡайҙа, нисек ҡаршыларға йыйыныуы хаҡында һөйләне.
“Өс йәшлек улым булғанға күрә, Яңы йыл минең өсөн hаман да бәләкәй саҡтағы кеүек мөғжизәле, көтөп алынған байрам булып һанала. Шыршыбыҙҙы 22-23 декабрь тирәһендә биҙәйбеҙ.
Яңы йыл байрамын күп йылдар гел эштә ҡаршы алырға тура килде, ә хәҙер атай-әсәйем, минең һәм һеңлемдең ғаиләләре бергә ҡаршыларға тырышабыҙ.
Атайым тыуған яғында – Ишембай районының Этҡол ауылында йорт төҙөнө, күптән түгел йылылыҡ үткәрҙе. Шуға күрә, Алла бирһә, быйылғы Яңы йылды күмәкләшеп ошо яңы йортта ҡаршы алырбыҙ тип хыялланабыҙ.
“Башҡортостан” гәзитенең дуҫтарына, редакция хеҙмәткәрҙәренә именлек, һаулыҡ, һәммәбеҙ өсөн Яңы йылдың уңышлы, бәрәкәтле булыуын теләйем. Һеҙҙең иғтибарға хөрмә һәм алма менән тултырылған тауыҡ рецебын тәҡдим итәм”, – тине йырсы.
Бының өсөн уртаса ҙурлыҡтағы бер тауыҡ, биш хөрмә, биш алма, 200 мл һыу, 1,5 аш ҡалағы шәкәр, тәмләткестәр (мин биш төрлө борос ҡушылғанды ҡулланам), 75 мл үҫемлек майы, самалап тоҙ кәрәк.
Иң тәүҙә ике алма менән ике хөрмәне ваҡлап турап, блендер ярҙамында уларҙан пюре эшләйбеҙ. Ҡалған өс алма менән өс хөрмәне эре итеп турайбыҙ. Алма өҫтөнә аҙ ғына шәкәр һибәбеҙ.
Тауыҡтың эс яғында майы булһа, уны алабыҙ һәм таҙа итеп йыуып, биш төрлө борос ҡатнашмаһы менән эсен дә, тышын да яҡшы итеп ышҡыйбыҙ. Артабан туралған алма менән хөрмәне тауыҡ эсенә тултырып, матур итеп тегәбеҙ. Тауыҡты арҡа өлөшө менән табаға урынлаштырып, һәр өлөшөн яҡшы итеп пюре менән һылап сығабыҙ. Иң аҙаҡтан табаға ипләп кенә бер стакан самаһы һыу өҫтәйбеҙ. Быны бик һаҡ башҡарырға кәрәк, тауыҡ өҫтөнән пюре йыуылып төшөп ҡуймаһын.
Алдан йылытылған мейескә ҡуйып, 180 градус температурала бер сәғәттән ашыу бешерәбеҙ.