Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
1 Декабрь 2020, 00:54

Йүкә сәскәһе – ҙур дауа

Һалҡын тейгәндә йүкә сәскәһе һалынған сәйҙе баллап эсһәң, сир ҡаса. Бынан тыш, уның тағы әллә күпме шифаһы бар...

Йүкә сәскәһе составында эфир майы, гесперидин һәм тилицианин гликозидтары, сапониндар, каротин, аскорбин кислотаһы, фарнезол һәм башҡалар бар. Уның файҙаһы баһалап бөткөһөҙ, бигерәк тә әлеге осорҙа - төрлө киҙеү һәр кемде һағалап торған ваҡытта ул бик кәрәк. Йүкә сәскәһе тән температураһын төшөрөүгә, йүтәлде бөтөрөүгә булышлыҡ итә, иммунитетты күтәрә, ҡан баҫымын төшөрә, ҡандағы шәкәр күләмен кәметергә ярҙам итә. Бынан тыш, был тәбиғәт байлығы невроз ваҡытында тынысландыра, бөйөрҙән таштарҙы сығара, ти белгестәр.
Грипп ваҡытында, һалҡын тейгәндә, бронхиттан, ҡан баҫымы юғары булғанда, был сәскәнең төнәтмәһен файҙаланыу яҡшы. Бының өсөн 15 грамм кипкән сәскәгә бер стакан ҡайнар һыу һалалар. 20-30 минут төнәтеп, һөҙөп, бал менән эсәләр.
Бөйөрҙәр елкенһенгәндә лә ярҙам итә: бер стакан ҡайнар һыуға, берәр сәй ҡалағы йүкә сәскәһе һәм етен орлоғо һалып, сәй һымаҡ бешерәбеҙ. Көнөнә 3-4 тапҡыр 0,5 стакан эсергә тәҡдим ителә.
Иммунитетты нығытыу, ҡандағы холестеринды кәметеү, организмдан кәрәкмәгән тоҙҙарҙы сығарыу өсөн дә файҙаланыла йүкә сәскәһе. Унан төнәтмә түбәндәгесә әҙерләнә: термосҡа ике сәй ҡалағы йүкә сәскәһе, бер сәй ҡалағы кесерткән, бер-ике ботаҡ сельдерей, 20 грамм имбир тамыры, бер тырнаҡ һарымһаҡ, бер литр ҡайнар һыу һалып, көн дауамында эсегеҙ.
Тик ниндәй ҙә булһа төнәтмәне эсер алдынан табип менән кәңәшләшеү зарур.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: