Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
22 Ноябрь 2020, 14:09

Еләкте туңыуҙан нисек һаҡларға?

Баҡса еләгенең тамыр системаһы тәрән түгел – тупраҡта 6 – 8 сантиметрҙа ята, шуға ер яланғас..

Баҡса еләгенең тамыр системаһы тәрән түгел – тупраҡта 6 – 8 сантиметрҙа ята, шуға ер яланғас саҡта – 10 – 12 °C һалҡын уны һәләк итергә мөмкин. Баҡсасыға еләк түтәлдәрен ябыу ваҡытын дөрөҫ һайларға кәрәк. Иртә япһаң, еләк тонсоғоп серей, һуңлаһаң – туңа. Иң яҡшыһы шул: 5-7 көн буйы температура – 3-4 °С кимәлендә торһа, еләктең өҫтөн ябырға була.

Ябыр алдынан тамырҙарҙың нисек күмелгәнен иғтибарға алығыҙ, насар күмелгән булһа, тамырҙар өҫкә сыға, яланғаслана. Был осраҡта еләк төптәренә Мульча-Разрыхлитель Земля-Матушка, Торф Башкирский, тиреҫ йә баҡса тупрағы өҫтәп һибергә кәрәк.

Түтәлдәрҙе ҡаплау өсөн төрлө материалдар ҡулланыла ала:
l● имән, ҡайын, уҫаҡ, саған ағаста­рының ҡойолған япрағы;
l● сабылған газон үләне;
l● бесән һәм һалам;
l● бысҡы вағы һәм япраҡлы ағас­тарҙың юнысҡыһы.

Япма ҡалынлығы 10 сантиметрҙан кәм булмаһын. Рәт һәм түтәл араларын да ҡапларға кәрәк. Ел осороп таратмаһын һәм ҡар тотолһон өсөн өҫтөнә сәләмәт ағас-ҡыуаҡтарҙың ҡоро ботаҡтарын һалып сығалар.

Тик был материалдар әллә ни ҡу­лай түгел, сөнки баҫылалар, һыула­налар, иреткәндә уларҙың аҫтындағы еләктәр ҡыҙып, серей башларға мөмкин. Бесән менән һаламға сысҡан оялай, бысҡы вағы серегәндә тупраҡ­тағы азотты һура.

Ҡойолған ылыҫ иң яҡшы тәбиғи япма бу­лып тора. Ҡарағай ылыҫы шыршы­ны­ҡына ҡарағанда яҡшыраҡ, яҙ көнө тү­тәлдән һепереп алыу еңел. Ҡара­ғайҙың ботаҡтары ла һәйбәт. Һыу һең­дермәй, баҫылмай, һауа үткәрә, йылы һаҡлай. Тик уны табыуы анһат түгел.

Хәҙер еләк плантацияларын ҡышҡа күптәр 1 квадрат метрға 60 грамм тығыҙлыҡлы туҡылмаған материал менән ҡаплайҙар. Ул йылыны тота, һауа һәм яҡтылыҡ үткәрә, үҫемлектәр иркен тын ала һәм иреткәндә серемәй.

Түтәл ябыу ысулдары:
1. Еләк түтәлдәре өҫтөнә ағас ботаҡ­тары һалып сығырға, шунан туҡыманы түшәп, ситтәрен ауыр нәмә менән баҫтырырға. Ботаҡтар туҡыма еләктәргә теймәһен һәм туңдырмаһын өсөн кәрәк.

2. Түтәлдәр өҫтөнә дуғалар ҡуйыла, уларға туҡыма йәйелә һәм ситтәре баҫтырыла. Был алым – еләк өсөн иң ҡулайы, тик бер етешһеҙлеге бар: ҡар шәп булғанда ҡоролма емере­лергә һәм туҡыма еләктәр өҫтөнә төшөп ятырға мөмкин. Шулай булма­һын өсөн дуғаларҙы мөмкин тиклем йышларға кәрәк. Аралары 50 санти­метрҙан артмаһын. Туҡыманы яҡшы­лап тарттырып, ныҡлы беркетегеҙ. Тик бындай япманы ҡышҡа ҡалды­рырға кәңәш ителмәй, сөнки аҫтында ҡар булмағас, ҡаты һыуыҡта тупраҡ туңып, тамырҙарҙы һәләк итә. Өҫтәүенә түтәлгә ирегән ҡар һыуҙары эләкмәй. Шунлыҡтан көслө ҡар яуғанда япманы асабыҙ һәм ерҙе ҡаплап алыу мөмкинлеген бирәбеҙ.
Читайте нас: