Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
20 Ноябрь 2020, 12:04

Баҡса еләге туңмаһын тиһәгеҙ...

Баҡсасыға еләк түтәлдәрен ябыу ваҡытын дөрөҫ һайларға кәрәк.

Баҡса еләген туңыуҙан нисек һаҡларға? Уның тамыр системаһы тәрән түгел – тупраҡта 6–8 сантиметр тәрәнлектә ята, шуға ер яланғас саҡта 10–12 градуслыҡ һалҡын уны һәләк итергә мөмкин.
Баҡсасыға еләк түтәлдәрен ябыу ваҡытын дөрөҫ һайларға кәрәк. Иртә япһаң, еләк тонсоғоп серей, һуңлаһаң – туңа. Иң яҡшыһы шул: 5-7 көн буйы температура -3-4 °С кимәлендә торһа, еләктең өҫтөн ябырға була.
Ябыр алдынан тамырҙарҙың нисек күмелгәнен иғтибарға алығыҙ, насар күмелгән булһа, тамырҙар өҫкә сыға, яланғаслана. Был осраҡта еләк төптәренә "Мульча-Разрыхлитель", "Земля-Матушка", "Торф Башкирский", тиреҫ йә баҡса тупрағы өҫтәп һибергә кәрәк.
Түтәлдәрҙе ҡаплау өсөн төрлө материалдар ҡулланыла ала:
  • имән, ҡайын, уҫаҡ, саған ағастарының ҡойолған япрағы;
  • сабылған газон үләне;
  • бесән һәм һалам;
  • бысҡы вағы һәм япраҡлы ағастар юнысҡыһы.
  • Япма ҡалынлығы 10 сантиметрҙан кәм булмаһын. Рәт һәм түтәл араларын да ҡапларға кәрәк. Ел осороп таратмаһын һәм ҡар тотолһон өсөн өҫтән сәләмәт ағас-ҡыуаҡтарҙың ҡоро ботаҡтарын һалып сығалар.
    Тик был материалдар әллә ни ҡулай түгел, сөнки баҫылалар, һыуланалар, иреткәндә уларҙың аҫтындағы еләктәр ҡыҙып, серей башларға мөмкин. Бесән менән һаламға сысҡан оялай, бысҡы вағы серегәндә тупраҡтағы азотты һура.
    Ҡойолған ылыҫ иң яҡшы тәбиғи япма булып тора. Ҡарағай ылыҫы шыршыныҡына ҡарағанда яҡшыраҡ, яҙ көнө түтәлдән һепереп алыу еңел. Ҡарағайҙың ботаҡтары ла һәйбәт. Һыу һеңдермәй, баҫылмай, һауа үткәрә, йылы һаҡлай. Тик уны табыуы еңел түгел. Хәҙер еләк плантацияларын ҡышҡа күптәр бер квадрат метрға 60 грамм тығыҙлыҡлы туҡылмаған материал менән ҡаплайҙар. Ул йылыны тота, һауа һәм яҡтылыҡ үткәрә, үҫемлектәр иркен тын ала һәм иреткәндә серемәй.
    Түтәл ябыу ысулдары:
    1. Еләк түтәлдәре өҫтөнә ағас ботаҡтары һалып сығырға, шунан туҡыманы түшәп, ситтәрен ауыр нәмә менән баҫтырырға. Ботаҡтар туҡыма еләктәргә теймәһен һәм туңдырмаһын өсөн кәрәк.
    2. Түтәлдәр өҫтөнә дуғалар ҡуйыла, уларға туҡыма йәйелә һәм ситтәре баҫтырыла. Был алым – еләк өсөн иң ҡулайы, тик бер етешһеҙлеге бар: ҡар шәп булғанда ҡоролма емерелергә һәм туҡыма еләктәр өҫтөнә төшөп ятырға мөмкин. Шулай булмаһын өсөн дуғаларҙы мөмкин тиклем йышларға кәрәк. Аралары 50 сантиметрҙан артмаһын. Туҡыманы яҡшылап тарттырып, ныҡлы беркетегеҙ. Тик бындай япманы ҡышҡа ҡалдырырға кәңәш ителмәй, сөнки аҫтында ҡар булмағас, ҡаты һыуыҡта тупраҡ туңып, тамырҙарҙы һәләк итә. Өҫтәүенә, түтәлгә ирегән ҡар һыуҙары эләкмәй. Шунлыҡтан көслө ҡар яуғанда япманы асабыҙ һәм ерҙе ҡаплап алыу мөмкинлеген бирәбеҙ.
    3. Автор: Гульсима Салихова
      Читайте нас: