Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
13 Ноябрь 2020, 16:10

Өйҙә колбаса эшләгәнегеҙ бармы?

Рецебын тәҡдим итәбеҙ. Ашығыҙ тәмле, эштәрегеҙ уң булһын, дуҫтар!

Рецебын тәҡдим итәбеҙ. Ашығыҙ тәмле, эштәрегеҙ уң булһын, дуҫтар!
Тауыҡтың түш ите (ярты килограмм), бер йомортҡа, 50 грамм аҡ май, 100 миллилитр һөт, тоҙ, борос, ярты сәй ҡалағы паприка, кориандр кәрәк.

Башта итте йыуып, ит турағыс аша үткәрәбеҙ ҙә май, бешмәгән йомортҡа, ҡара борос, паприка, кориандр тәмләткестәре, тоҙ, һөт өҫтәп, һәйбәтләп бутайбыҙ.

Унан өҫтәлгә аш пленканы йәйәбеҙ ҙә, икешәр аш ҡалағы фарш һалып, кәнфит һымаҡ төрәбеҙ, эргә-тирәһен еп менән бәйләйбеҙ. Һауа инмәҫлек, тығыҙ итеп төрөргә кәрәк, шул ваҡытта тигеҙ, матур килеп сыға.

Өҫтөнә һыуыҡ һыу ҡоябыҙ, ҡайнап сыҡҡас, 20 минут бешерәбеҙ. Әҙер ризыҡты аҡ майҙа йәки үҫемлек майында ҡыҙҙырабыҙ. Өҫтәлгә соус менән бирергә мөмкин.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото: samopovar.ru
Автор: Рисаля Юмагулова
Читайте нас: