Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
9 Ноябрь 2020, 22:50

Аҙыҡ-түлек рационығыҙ дөрөҫмө?

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш диетологы Виктор Тутельян әлеге ваҡытта ниндәй емеш-йәшелсәгә өҫтөнлөк бирергә ҡушҡан?

Виктор Тутельян экзотик түгел, һәр кем һатып алырлыҡ миҙгел емеш-йәшелсәһенә өҫтөнлөк биреү кәрәклеге хаҡында әйткән.
“Манго менән еләкте һәм башҡа йәшелсәне ҡышын эҙләп, һатып алыу өсөн халыҡтың күп өлөшөнөң мөмкинлеге аҙ. Әммә алмалар ҙа бер ҙә уларҙан ҡайтыш түгел, хатта яҡшыраҡ: С витамины сығанағы. Улар экзотик емеш-еләккә ҡарағанда күпкә файҙалыраҡ”, – тип белдергән. Ул шулай уҡ эргәбеҙҙә үҫкән емеш-еләккә, йәшелсәгә күберәк иғтибар бүлергә һәм аҙыҡ-түлек рационына индерергә ҡушҡан. “Шул уҡ кәбеҫтәне һәр кем һатып алыу мөмкинлегенә эйә. Ул, салат һәм башҡа үҫтерелгән үләндәр менән сағыштырғанда, күпкә файҙалыраҡ”, – тигән ул.
Диетологтың һүҙҙәренә ҡарағанда, сәләмәт туҡланыуҙың өс компоненты бар: кешенең финанс мөмкинлектәре, магазиндарҙағы ассортимент һәм компетентлы сығанаҡтарҙан сәләмәт туҡланыу тураһындағы мәғлүмәт. Ул шулай уҡ хәҙер күптәрҙең бер ниндәй нигеҙһеҙ үҙен сәләмәт туҡланыу белгесе, тип һанауы хаҡында әйткән. “Был етди зыян килтерергә мөмкин”, – тип белдергән диетолог. Шуға ул мотлаҡ махсус сайттар төҙөү һәм мәғлүмәтте социаль селтәр аша алға этәреү хаҡында белдергән. “Һәм тағы кеше менән туранан-тура бәйләнеш булдырыу. Һорау бирҙең – яуап алдың. Беҙ һәр саҡ асыҡ. Туҡланыу институтының сәйәсәте шундай”, – тип белдергән Виктор Тутельян.
Дөрөҫ туҡланыу иһә кеше сәләмәтлеген яҡшыртҡан шарттарҙың береһе. Ул йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм эндокрин сирҙәрҙе иҫкәртә. Ә кеше ғүмерен оҙайтыу – ил Президенты Владимир Путиндың “май” указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Демография” милли проектының иң төп маҡсаттарының береһе. Был күрһәткес яҡшырһа, 2030 йылға Рәсәйҙә ғүмер оҙайлылығын 78 йәшкә тиклем арттырыу мәсьәләһе лә тормошҡа ашасаҡ.
Фото: alkopolitika.ru
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: