Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
4 Ноябрь 2020, 14:47

Иғтибарлы булығыҙ: юлдарҙа - боҙ ҡатламы!

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы төбәк халҡын хәүефле күренеш тураһында иҫкәртә.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы төбәк халҡын хәүефле күренеш – юлдарҙың боҙ менән ҡапланыуы тураһында иҫкәртә.
Синоптиктар хәбәр итеүенсә, 3 ноябрҙең 20.00 сәғәтенән 4 ноябрҙең 20.00 сәғәтенә тиклем республикала үҙгәреүсән, башлыса яуым-төшөмһөҙ һауа торошо күҙәтеләсәк, төндә һәм иртәнсәк урыны менән томан, юлдарҙа – боҙ ҡатламы. Ел көньяҡтан секундына 5-10 метр тиҙлектә иҫә.
Төндә һауа торошо +1... -4 градус, таулы райондарҙа -8 градусҡа тиклем, көндөҙ +5... +10 градус тәшкил итәсәк. Төндә һәм иртәнге сәғәттәрҙә юлдарҙың ҡайһы бер өлөшөндә боҙ ҡатламы, томан төшкәндә алдағы күренештең насарайыуы күҙәтеләсәк.
“Ошо сәбәпле автомобиль йөрөткәндә тейешле арауыҡты, тиҙлек режимын һаҡлағыҙ, хәүефһеҙлек ҡайыштарын тағырға онотмағыҙ”, - тип иҫкәрттеләр ведомствола.
Фото: wallhere.com
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: