Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
4 Ноябрь 2020, 15:20

Астра сәскәһен көҙҙән дә сәсәләр

Ул ауырыуҙарға бирешмәй, нығыраҡ була, иртә сәскә ата.

Йәйҙән алып тәүге ҡар яуғансы үҙенең сағыу матурлығы менән баҡсасыларҙы ҡыуандырған астра сәскәһен күптәр көҙ көнө лә сәсеп ҡалдыра. Көҙ сәскән астралар ауырыуҙарға бирешмәй, нығыраҡ була, иртә сәскә ата. Кемдер көҙ сәсеүҙе хупламаһа, астраны иртә яҙ менән ултыртыу өсөн түтәлдәрҙе хәҙер әҙерләп ҡалдырыу яҡшы. Түтәлдәрҙе 20 см бейеклектә эшләһәгеҙ, ер тиҙерәк йылыныр. Ҡарҙы тиҙерәк иретер өсөн апрель айында көл һибеп сығырға мөмкин.
Уңған баҡсасылар, ә һеҙ астра сәскәләрен ҡасан сәсәһегеҙ? Үҙегеҙҙең тәжрибәгеҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине.
Фото:horosho-zhivem.ru
Автор: Карима Усманова
Читайте нас в