Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
3 Ноябрь 2020, 23:56

Үләндәрҙең батшаһы әремебеҙгә дан!

Бөгөн заман зәхмәтенә ҡаршы тороу, үҙеңде һаҡлау, сирләгән хәлдә лә тиҙерәк аяҡҡа баҫыу өсөн бөтә саралар ҙа яҡшы. Шуға күрә Зәүхиә Низамиева-Ҡәҙербәкованың әрем хаҡындағы фәһемле яҙмаһы менән танышыу һис тә зыян булмаҫ.

“Башҡортостан” гәзитенең авторы Зәүхиә Низамиева-Ҡәҙербәкованың социаль селтәрҙәге халыҡ дауаһы алымдарына ҡағылышлы яҙмалары бик күптәрҙең иғтибарын йәлеп итә. Әлеге тотороҡһоҙ эпидемиологик хәл-торошта һәр дауа ла иғтибарға лайыҡ. Бары тик сама белеү, организмыңа зыян килтермәү, кәрәк икән, табип менән кәңәшләшеү генә зарур.
Зәүхиә ханымдың һуңғы яҙмаларының береһе лә бихисап “лайыҡтар” йыйҙы, уҡыусылар тарафынан күсереп алынды. Уның ҡыҫҡартылған вариантын һеҙҙең иғтибарға ла тәҡдим итәбеҙ. Бөгөн заман зәхмәтенә ҡаршы тороу, үҙеңде һаҡлау, сирләгән хәлдә лә тиҙерәк аяҡҡа баҫыу өсөн бөтә саралар ҙа яҡшы. Шуға күрә Зәүхиә Низамиева-Ҡәҙербәкованың фәһемле яҙмаһы менән танышыу һис тә зыян булмаҫ.
“Зәүхиә, яҡын танышымдың хәле бик мөшкөл. Короновирус эләктергән. Антибиотиктар ярҙам итмәгән. Көскә тын ала. 54 кенә йәш. Зинһар өсөн берәй кәңәш бир”, - тип миңә таныш ҡатын шылтыратты.
Бындай ғөзөрлө үтенестәрҙе көн дә тигәндәй ишетеп торам, ҡыҙғанысҡа. “Кем булһа ла килеп, минән әрем алып китһен,”- тинем. Ярты сәғәттән ҡустыһы килеп тә етте.
Битлек кейгән был егеттең апайы өсөн ныҡ борсолғаны күренеп тора. Изге күңелле кеше булыуы йөҙөнә сыҡҡан был йәш ир-егеткә әремде нисек эсергә өйрәттем. Үҙенә лә профилактика өсөн эсә башларға кәңәш иттем. Ярты стакан ҡайнар һыуға 10–15 бөртөк сәскәһен һалып, 10 минут тирәһе ҡаплап тоторға һәм һөҙөп эсергә ҡуштым. Аллергияһы булмауы һәйбәт, булған осраҡта ла әҙ-әҙләп барыбер эсергә кәрәк. Башта ике-өс сәғәт һайын эсеп, вирустың үрсеүен һәм үпкәне ҡыйратыуын туҡтатырға кәрәк. Артабан көнөнә өс тапҡыр эсергә, хәл һәйбәтләнә башлағас, икегә ҡалдырырға. Бөтөнләй һауығыу этабы башланғас, профилактика өсөн көнгә бер тапҡыр эсеп тороу зарур.
Әрем эскән арауыҡта һарымһаҡты турап йылы һыу менән эсеү, 2–3 лимон һәм бер апельсин, сөгөндөр һәм кишер һуттарын һығып эсеү организмды С витамины менән байыта. Шулай уҡ был эсемлектәр ҡандың ҡуйырыуына юл ҡуймай. Ҡан нормаль хәлдә булһа, капиллярҙар буйлап кәрәкле витаминдар бөтөн ағзаларға тиҙ тарала, әремдең көсө лә бөтә ағзаларға тиҙерәк барып етә.
Был хәлдән һуң ете көн үтте. Мин ҡатындың хәлен һораштым. Тын алыуы еңелләшеүен, хәле һәйбәтләнә башлауын әйтте.
Тағы бер тапҡыр яҙам: профилактика өсөн дә, ауырып киткән осраҡта ла сәй ҡайнарлығында әрем төнәтеп эсә башлағыҙ. Үләндәрҙең батшаһы әремебеҙгә дан! Еребеҙҙең бөтөн файҙалы көсөн үҙенә һеңдергән ӘРЕМДЕҢ шифалы көсөн өҫтә яҙып киткән генә ҡатын түгел, Башҡортостан ерлегендә йәшәгән бик күп кешеләр, туғандарым, таныштарым, таныш түгелдәр ҙә тойҙо, уны эсеп ваҡытында үҙҙәренә ярҙам итте, әле лә дауам итә.
Аллергия булмаһа, әремдән, баландан, кишер һәм сөгөндөр һутынан, лимондан, әфлисундан, һарымһаҡтан, һуғандан, ҡәнәферҙән бер кемгә лә зыян юҡ. Бер рәттән анализдар биреү, табиптарға күренеү, уларҙың кәңәштәренә ҡолаҡ һалыу ҙа зарур. Сәләмәт булығыҙ, яҡташтар!”
Фото: ok.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: