Республикала Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә бағышланған кулинария флешмобы башланды. Был сараға теләгән һәр кем ҡушыла ала. Бының өсөн ниндәй ҙә булһа социаль селтәрҙә #ВкусноНациональноБашкортостан хэштегы менән яратҡан милли аҙыҡты әҙерләү рецебын һалырға ғына кәрәк.
Өфө ресторандарының шеф-ашнаҡсылары флешмобҡа ҡушыла башлаған да инде. “Дуҫлыҡ” ресторанынан Доно Абдерәҡипова тәүгеләрҙән булып тура эфирҙа “Һабантуй” салатын яһап күрһәткән.
Бөгөн, 3 ноябрҙә, эстафетаны “Гастротур” ресторанының баш ашнаҡсыһы Татьяна Дымова ҡабул итеп ала. Ул “Башҡорт салаты” һәм “Хандарса” ҙур бәлеш әҙерләп күрһәтергә иҫәп тота.
Иртәгә “Огонь” ресторанынан Павел Киселев үҙе уйлап тапҡан рецепт буйынса ҡыҫтыбый әҙерләргә уйлаһа, “Восток” ҡунаҡханаһының баш ашнаҡсыһы Марина Сәлихова – “Баллы груша” десертын эшләргә, “Монако”ресторанында эшләгән Максим Лазарев иһә башҡорт бишбармағын бешерергә ниәтләй.
БР Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы сайты мәғлүмәттәре буйынса.