Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
21 Октябрь 2020, 22:07

Теплицаны киләһе миҙгелгә нисек әҙерләргә?

Бында төрлө бәшмәктәр, инфекциялар, бактериялар шашып тарала, ҡоротҡостар ҡышларға туплана. Уларға ҡаршы ошо кәңәштәрҙе тәҡдим итәбеҙ.

Быға тиклем теплицам булмағас, был һорау үтә ҡыҙыҡһындырмай ине. Мәғлүмәт табайым тип Интернет селтәренә ингәйнем, ундағы мәғлүмәттең күплеге һәм кәңәштәрҙең төрлөлөгөнән баш ҡатты. Шуға ла телефондан таныш һандарҙы йыйҙым: “Айһылыу, теплицаны киләһе миҙгелгә әҙерләү буйынса кәңәшең кәрәк!”
"Теплицалағы йылылыҡ һәм дымлылыҡ йәшелсәгә генә түгел, патоген флораға ла иркенләп үҫергә ирек бирә. Төрлө бәшмәктәр, инфекциялар, бактериялар был ябыҡ урында шашып тарала. Баҡсалағы бар ҡоротҡостар ҙа теплицала ҡышларға туплана. Шуға дезинфекция мәсьәләһенә ҙур иғтибар бүлергә кәрәк.
Тәүҙә теплицаның эсен һәм тышын хужалыҡ һабыны ҡушылған һыу менән йыуып сығабыҙ. Металл элементтарын 9 процентлы аш һеркәһе менән һөртөп сығырға була. Ағаслы өлөшөн хлор ҡушылған шыйыҡса йә “Белизна” менән йыуырға кәрәк. Аҫҡы өлөшөнә эзбиз һылап сығырға ла мөмкин.
Мин иһә көкөрт шашкаһы ҡулланам. Уны эстә тимер биҙрәгә ҡуйып яндырам да, теплицаны тәүлек буйы асмайым. Артабан иһә һәйбәт итеп елләтеп алырға кәрәк.
Әгәр быйыл теплицалағы помидорҙа фитофтора күренһә, ерҙең 15 сантиметрлыҡ ҡатламын алмаштырырға кәрәк", - тип кәңәштәрен бирҙе Рәсәй ауыл хужалығы үҙәге агрономы Айһылыу Камалетдинова.
Фото: gzt-sv.ru
Автор: Лилия Нуретдинова
Читайте нас: