Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
21 Октябрь 2020, 22:09

D витамины ни өсөн мөһим?

Витаминға ҡытлыҡ кисермәү өсөн урамға көн һайын ярты сәғәткә булһа ла сығып әйләнергә кәрәк.

Хәҙерге ҡатмарлы шарттарҙа D витамины организм өсөн айырыуса мөһим, тип иҫәпләй белгестәр. Һөйәктәр ныҡлығы, иммун системаһы һәм енси гормондар өсөн ҙур әһәмиәткә эйә ул. Был витаминға ҡытлыҡтың күп төрлө ауырыуҙарға, шул иҫәптән деменцияға һәм яман шешкә килтереүе билдәле.
Организм үҙаллы D витаминын эшләп сығара ала, тик бының өсөн ультрафиолет нурланышы кәрәк. Кешегә витаминдың етешмәүен түбәндәге билдәләр һөйләй: хроник арыу, һөйәктәрҙең ныҡ булмауы, сәс ҡойолоуы, мускулдар йомшаҡлығы, йәрәхәттәрҙең яй уңалыуы, йыш һалҡын тейҙереү. Табиптарҙың әйтеүенсә, был йәшәү өсөн ҙур әһәмиәткә эйә витаминға ҡытлыҡ кисермәү өсөн урамға көн һайын ярты сәғәткә булһа ла сығып әйләнергә кәрәк. Көндөң ямғырлы йә буранлы, салт аяҙ йәки йонсоу булыуына ҡарамаҫтан. Рационда һимеҙ балыҡ, бәшмәк булыуы ла мөһим. Тауҙан саңғыла шыуыу юғары ультрафиолет нурланышын алырға ярҙам итә, тип иҫәпләй белгестәр.
Медицина фәндәре докторы Елена Малышева әйтеүенсә, сирҙәрҙе иҫкәртеү маҡсатында D витаминын ҡабул итергә кәрәк. Үҙ изоляция шарттарында витаминға ҡытлыҡ тыуыуы ғәжәп түгел. Көндәр буйы өйҙә ултырыу тын алыу һәм йөрәк-ҡан тамырҙары органдары сирҙәрен тәрәнәйтә. Бөтә һаҡланыу сараларын күҙәтеп, саф һауала йөрөүҙең мөһимлегенә иғтибарҙы йүнәлтә табиптар. Ә витаминды нисек ҡулланыу кәрәклеген бары аҡ халатлылар ғына һеҙгә аңлата, кәңәш итә ала, сөнки һәр нәмәлә сама булыуы мөһим.
Фото:едаплюс
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: