Иҫләйһегеҙме студент саҡтарҙа колхоздарға сығып, бер-ике ай самаһы картуф алған күңелле саҡтарҙы? Киң баҫыуҙарҙан ылау-ылау картуф сығарыла ине. Шәхси ихаталарҙа ла был йәшелсәне күп үҫтерҙеләр. Ул саҡта һуғыш ауырлығын үҙ иңендә татыған быуын картуфтың аслыҡтан ҡотҡарыуын һәйбәт белә ине.
“Ваҡланды, уңмай!” тиҙәр...
Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында илдә көрсөк башланып, магазин кәштәләре бушап ҡалғас та, хужабикәләр ошо картуфты төрләндереп бешереп, балаларға юҡлыҡты күрһәтмәҫкә тырышып үткәреп ебәрҙе.
Һуңғы йылдарҙа иһә республикала ғына түгел, бөтә илдә картуф майҙандары кәмене. Ауыл хужалығы предприятиелары, “икенсе икмәк”те үҫтереү ҡыйбатҡа төшә, махсус техника етешмәй, йәшелсә һаҡлау баҙҙары иҫкерҙе, тип һылтанды. Шәхси ихаталарҙа иһә хужалар, картуф ваҡланды, уңыш юҡ, тине. Ә баҙарҙа ситтән, хатта Мысырҙан килтерелгән йәшелсәнең күләме артҡандан-артты.
Тәү ҡарамаҡҡа, уны үҫтереү еңел кеүек: яҙын бер көрәк тәрәнлеккә сәстең, йәй уртаһында сүбен утап кәтмәнләнең дә, көҙ еткәс, ҡаҙып алдың. Баҙға төшөрөп ҡуяһың да ҡыш буйы ашайһың. Шулай ҙа ергә эйелмәһәң, рәхмәт әйтмәй ул. Картуф та ҡарауҙы ярата. Иң мөһиме – уның уңышы сорттың һәйбәт булыуына бәйле. Әле ун йыл элек кенә Рәсәйҙең ауыл хужалығы предприятиелары картуфты ни бары 17 мең гектар майҙанда ултыртһа, бөгөн был һан күпкә артҡан һәм 350 мең гектарға еткән. Йыл һайын республикабыҙҙа иһә 850 мең тонна картуф йыйыла. Иң эре етештереүселәр – Өфө районындағы “Алексеевка” совхозы, Күгәрсен районының “Тәүәкән” совхозы, Туймазы, Стәрлетамаҡ, Шишмә, Мәләүез районындағы хужалыҡтар.
Шәхси ихаталарға килгәндә, хәҙер ауыл халҡынан бер фекерҙе йыш ишетергә тура килә: “Картуфты аҙ ултыртабыҙ. Һуңғы йылдарҙа уңмай”. Ысынлап та, халыҡ бөгөн уны, бынан 20 – 30 йыл элекке ваҡыт менән сағыштырғанда, күпкә аҙыраҡ ашай. Был тәбиғи: бөгөн магазин кәштәләрендә башҡа аҙыҡ-түлеккә ҡытлыҡ юҡ. Хатта ҡыш уртаһында ҡыяр-помидор кеүек йәшелсәне йәнең теләгән ваҡытта һатып алыу мөмкинлеге булғас, башҡа йәшелсә, еләк-емеш тулып ятҡас, картуф саҡ ҡына ситтәрәк тороп ҡалалыр. Әммә, уның уңмауына килгәндә, белгестәр бының сәбәбен аныҡ аңлата.
Мәҫәлән, Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы һынау лабораторияһы мөдире Елена Кәримова билдәләүенсә, йыл да бер урынға картуф сәсеү, сорттарҙы алмаштырмау ошондай һөҙөмтәгә килтерә.
– Тәүге сиратта ерҙе һауыҡтырыу өҫтөндә эшләргә кәрәк. Сидераттар ултыртыу, ашламалар индереү мөһим. Иң яҡшыһы – тупраҡты лаборатория шарттарында тикшертеп алыу. Артабан инде – картуфтың сортын алмаштырыу. Орлоҡ бүлбеләрен бары тик ышаныслы етештереүсенән алһағыҙ, биш-алты йылға үҙегеҙҙе һау һәм яҡшы уңыш биргән картуф менән тәьмин итәсәкһегеҙ, – тип кәңәш бирә белгес.
Һатып алыусының ихтыяжын иҫәпкә алып
Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәре пандемия ваҡытында йәшелсәгә, айырыуса картуфҡа ҡытлыҡ кисерҙе. Дөйөм алғанда, был ауыр осор күп төбәктәрҙә йәшелсә, еләк-емеш үҫтереүҙе тергеҙергә кәрәклеген дәлилләне. Айырыуса Амур өлкәһе пандемия осоронда картуфҡа ҡытлыҡ кисергәндән һуң, быйыл яҙҙан ике мең гектарҙан ашыу ерҙә картуф сәсеп, тағы тишек кәмәгә ултырҙылар. Тәү сиратта был һауа торошона бәйле. Картуфты ултыртҡас та, төбәктә эҫе көндәр башланды. Һауа температураһы 40 градусҡаса етте. Бүлбеләр ерҙә бер айҙан ашыу шытмай ятты. Был картуфтың уңышына шаҡтай зыян килтерҙе.
Башҡортостанда был йәһәттән хәл башҡаса: йәшелсәне һаҡларға урын бар, картуфсылыҡ менән шөғөлләнгән хужалыҡтар ҙа етерлек. Уға быйыл да ҡытлыҡ булмаясаҡ, сөнки Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, уңыш һәйбәт. Сорттарҙы яңыртыуға ла төбәктә ҙур иғтибар бүленә. Башҡортостан дәүләт аграр университеты, Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы, Башҡортостандың ғилми-тикшеренеү институты, бер нисә эре хужалыҡ сорттарҙы күбәйтеү, һауыҡтырыу, яңыларын индереү өҫтөндә уңышлы эшләй. Дәүләт реестрында йәмғеһе 60-тан ашыу картуф сорты теркәлгән. Әммә уларҙың ни бары бишәүһе генә киң ҡулланыуҙа.
Бөгөн иһә картуфты һатып алыусыларҙың талабы ла бер ни тиклем үҙгәрҙе. Тәү сиратта күмәртәләп һатып алыусылар тураһында бер кәлимә. Магазин кәштәләрендәге ярымфабрикаттарҙа картуф киң ҡулланыла. Иҙелеп барған, ҡарайған йәшелсәне улар алмаясаҡ. Тимәк, уларға оҙонса булған, эсе һары, ярмаланмаған һәм турағандан һуң формаһын һаҡлаған сорттар кәрәк. Тик шуларҙан ғына өсбосмаҡ, ваҡ бәлештәр матур һәм тәмле килеп сығасаҡ.
Ә бына балаларҙы туҡландырыу менән шөғөлләнгән ойошмаларҙың талабы бөтөнләй икенсе. Иҙелгән картуфты балалар баҡсаһында ла, мәктәптәрҙә лә яратып ашайҙар. Был аҙыҡты бешерер өсөн ашнаҡсыларға ярмаланып торған, һары төҫтәге картуф кәрәк. Билдәле сауҙа ойошмаларына чипсы һәм фри-картуф өсөн дә айырым сорт талап ителә. Ул оҙонса һәм усҡа һыймалы булырға тейеш. Бындай картуфты таҙартыуы уңайлы. Ҙур күләмдәр менән эшләгән ойошмаларға был мөһим.
Ябай хужабикәләргә ниндәй картуф кәрәк һуң? Ауыл халҡы, билдәле, картуфын алып баҙға тултыра ла ҡыш буйы рәхәтләнә. Ә ҡалала йәшәгән хужабикәләрҙең баҙҙары юҡ. Улар хәҙер кибеттәрҙән 5 – 10 килограмлы тоҡтарҙа йыуылған картуфҡа өҫтөнлөк бирә.
Шулай итеп, картуфсылыҡ менән шөғөлләнгән ауыл хужалығы предприятиеларына заман менән бергә атлап, һатып алыусының ихтыяжын иҫәпкә алып эшләргә кәрәк.