Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
16 Октябрь 2020, 15:15

Ҡайһыһы файҙалыраҡ?

Белгестәр көнбағыш һәм зәйтүн майҙарын сағыштырып ҡарап, ҡайһыһының сәләмәтлек өсөн

Белгестәр көнбағыш һәм зәйтүн майҙарын сағыштырып ҡарап, ҡайһыһының сәләмәтлек өсөн файҙалы булыуын асыҡлаған. Таҙартылмаған зәйтүн майы – бөтә донъя­ла киң танылған аҙыҡ. ЮНЕСКО уны сәләмәтлек өсөн бик файҙалы тип күккә күтәреп маҡтай. Ә беҙҙең өсөн яҡын, бәләкәй саҡтан таныш көнбағыш майы нимәһе менән унан ҡалыша?

Аҙыҡтың ҡиммәте ундағы май кислоталары составына бәйле. Тап улар туҡымаларҙы туҡлан­дырыу, ҡан әйләнешен яҡшыр­тыу, атеросклерозды иҫкәртеүҙә әһәмиәтле. “Омега-3” һәм “Омега-6” май кислоталарынан тыш организм йәшәй алмай. Ә ҡалған май кислоталарын ул үҙе эшләп сығара ала.

Майҙа ниндәй витаминдар бар?
Токоферол (Е витамины) йөрәк-ҡан тамырҙары система­һын нығытыу, күҙәнәктәрҙең иртә ҡартаймауы өсөн мөһим.

Фитостерол. Организмдағы “насар” холестерин кимәлен кәме­тә. Инсульт һәм яман шешкә ҡар­шы иҫкәртеү сараһы ла ул. Көн­бағыш майында фитостерол зәйтүн майындағынан ике тапҡырға күберәк.

Фосфолипид (лецитин) – күҙәнәк ярыларының төп өлөш­сәһе. Холестерин кимәлен кәметә, антиоксидант үҙенсәле­генә эйә.
Бөтә төп күрһәткестәрҙе са­ғыш­тырып ҡарағанда, көнба­ғыш майының зәйтүн майынан ҡалыш­мауы бәхәсһеҙ. “Омега-6”, Е витамины, фитостерол йәһәтенән хатта уҙып та китә.

Майҙарҙы дөрөҫ һаҡлай бе­лергә лә кәрәк. Ябыҡ май шешә­ләрен өй температу­раһында, ҡояш нурҙары төшмәгән урында тоталар. Әсе тәм инмәһен өсөн һыуытҡысҡа ҡуйыу яҡшыраҡ.
Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА
Читайте нас: