Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
16 Октябрь 2020, 15:47

Ҡаты ҡорттан нисек ҡотолорға?

Баҡсасылар иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем түтәлдәрендә ҡаты ҡортҡа (проволочник) ҡаршы әүҙем көрәшә.

Баҡсасылар иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем түтәлдәрендә ҡаты ҡортҡа (проволочник) ҡаршы әүҙем көрәшә. Йәшелсәгә, еләк-емешкә ул ҙур зыян килтерә. Шәхси ихатала был ҡоротҡостан нисек ҡотолорға һәм уңышты нисек һаҡларға?

Ҙур ҡуңыҙҙар баҡсаға һәм баҫыуҙарға зыян килтермәй, ә бына уларҙың ҡарышлауыҡтары – ҡаты ҡорттар картуф бүлбеләре, кишер һәм сөгөлдөр, һуған, кәбеҫтә, кукуруз һәм ҡыяҡлы үҫемлектәрҙең тамырҙарын ярата. Улар йәшелсә менән һыйлана башлағас та, үҫемлектәр ауырыуға һабыша, ә ваҡытында сара күрелмәһә, һәләк була. Улар ашаған картуф, һуған, кишер һәм сөгөлдөр насар һаҡланасаҡ. Иң насары – бүлбеләр сереһә, һаҫыҡ еҫ сығара. Ҡаты ҡортҡа ҡаршы көрәште ҡар яуғансы атҡарырға була.

Улар әскелт һәм аҡтамыр үҫкән ерҙе ярата, тамырын ашап үрсей. Өс йыл эсендә ҡаты ҡорт үрсеүҙең бөтә баҫҡыстарын үтеп, ҡуңыҙға әйләнә. Инә ҡуңыҙ ике йөҙҙән ашыу йомортҡа һала. Тап уларҙан ҡаты ҡорт ҡарышлауыҡтары тыуа ла инде.

Был ҡоротҡосҡа ҡаршы көрәш баҡсасыларға ғына түгел, ауыл хужалығы тармағында эшләгән белгестәргә лә еңелдән бирелмәй. Айырыуса баҫыуға ҡуҙаҡлы культураларҙы йыш ултыртҡандарға ҡыйынға тура килә, шуға күрә Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы белгестәре ҡаты ҡорттоң баҫыуҙарҙа иҫәбен алыу һәм уға ҡаршы ниндәй саралар күрергә кәрәклеген даими рәүештә күҙәтә. Улар тарафынан 231,67 мең гектар майҙан тикшерелгән, шуның 54,85 мең гектарында был ҡоротҡос табылған.

– Ҡаты ҡортҡа ҡаршы көрәштең тәүге алымы – ерҙе 30-35 сантиметр самаһы тәрәнлектә ҡаҙырға һәм аммиак селитраһы индерергә. Яҙ иһә, мәҫәлән, картуф ултыртҡанда, химик препараттар ҡулланырға кәрәк, улар картуфтың уңышын һаҡларға ярҙам итәсәк. Бынан тыш, баҡсағыҙҙа ҡаты ҡорт күп икән, тәү сиратта йәшелсә үҫтереүҙән баш тартырға кәрәк. Арыш һәм һолоно сидерат рәүешендә үҫтермәгеҙ, – тип кәңәш бирә әйҙәүсе агроном-энтомолог Алина Мусина.

Фото: gazeta19.ru
Автор: Лилиә НУРЕТДИНОВА
Читайте нас: