Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
13 Октябрь 2020, 22:04

Үт ҡыуығы елһенмәһен өсөн

Был сиргә йышыраҡ 40-60 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙар бирешеүсән. Асыҡланыуынса...

Был сиргә йышыраҡ 40-60 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙар бирешеүсән. Стафилококк, энтерококк, стрептококк йәки эсәк таяҡсаларының ҡуҙғыуы һөҙөмтәһендә үт ҡыуығы елһенә.
“Холецистит” тип аталған был сирҙең киҫкен йәки хроник төҫ алыуы ихтимал. Уның хасил булыу сәбәптәре күп төрлө: аҙ хәрәкәтләнеү, нәҫелдән килгән сиргә бирешеүсәнлек, йөклөлөк, самаһыҙ күп ашау, үт ҡыуығында таш булыуы, үттең ағып сығыуы, боҙолоуы йәки йоғошло сиргә юлығыу.
Киҫкен холециститтың төп билдәләре: уҡшыу, ҡоҫоу, тән температураһының күтәрелеүе, уң яҡ ҡабырға аҫтында киҫкен ауыртыу барлыҡҡа килеүе. Йыш ҡына ыҫланған йәки майлы ризыҡтар ашағандан һуң өйәнәк башлана. Бер нисә көндән бәүелдең ҡарайыуы, тән тиреһенең һәм күҙ ағының һары төҫкә инеүе күҙәтелә. Хроник холециститҡа уҡшыу, ауыҙҙа әсе тәм барлыҡҡа килеү, ауырлыҡ тойғоһо, майлы аҙыҡтарҙан һуң ауыртыныу хас.
Сирҙе дауалауҙа халыҡ саралары ла ҡулланыла.
Әгәр ҙә киҫкен ауыртыу тойһағыҙ, кисекмәҫтән табипҡа мөржәғәт итегеҙ. Дауаланыуҙа диетаның әһәмиәте ҙур. Йомортҡа һарыһын, аҡ майҙы ашауҙан тыйылығыҙ, ҡыҙҙырылған, ыҫланған һәм үтә майлы аҙыҡ-түлектән дә баш тартығыҙ. Күберәк еләк-емеш, йәшелсә һәм А витаминына бай ризыҡтар ашарға кәрәк.
Был сирҙән түбәндәге саралар ҙа ярҙам итә.
Киптерелгән юл япрағын ваҡлап, бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, ун минутҡа төнәтергә ҡуйығыҙ. Һөҙгәндән һуң бер сәғәт дауамында бәләкәй генә йотом менән эсегеҙ.
Киптерелгән 50 грамм ҡайын япрағын, ҡайнар һыу ҡойоп, бер тәүлек самаһы төнәткәндән һуң һөҙөргә кәрәк. Эсемлекте берәр стаканлап ас көйөнсә эсеү файҙалы. Эскәндән һуң уң яғыңа йылы грелка һалып, ярты сәғәт ятып торорға кәрәк.
Бер килограмм бал, 200 миллилитр зәйтүн майы һәм дүрт лимондан да дауа яһарға була. Лимондарҙы тышынан, орлоҡтарынан таҙартып, ит турағыс аша үткәрегеҙ ҙә зәйтүн майы һәм бал менән ҡушып болғатығыҙ. Уны һыуытҡыста һаҡлағыҙ һәм көнөнә өс тапҡыр берәр ҡалаҡлап ашар алдынан эсегеҙ.
Әммә халыҡ медицинаһы сараларын ҡулланыр алдынан мотлаҡ үҙегеҙҙе дауалаусы врач менән кәңәшләшергә, сирҙең сәбәптәрен асыҡларға кәрәк. Үҫемлектәр һәм ҡул аҫтындағы саралар файҙалы, әммә тәбиғәт көсөнә генә ышанырға ярамай. Уларҙы ауырыуҙы иҫкәртеү маҡсатында ҡулланыу, сама белеү отошло.
Фото: supermammy.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: